ХАРИСОВ Фираз Фәхрәз улы
ХАРИСОВ Фираз Фәхрәз улы (24.5.1952, БАССР-ҙың Яңауыл р-ны Истәк а.), педагог. Пед. ф. д-ры (2001), проф. (2004). ТР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007), ТР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (2001), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2004). Фәрис Ф.Харисовтың ағаһы. Ҡазан пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй (ВЛКСМ ком-ты секретары урынбаҫары). 1979 й. алып Ленин район халыҡ депутаттары советының башҡарма ком-тындағы бүлек мөдире урынбаҫары; 1987 й. башлап Татар гуманитар-пед. ун-тында (икеһе лә — Ҡазан) бүлек нач., 1991—2011 йй. уҡытыу-тәрбиә эштәре б-са проректор, бер үк ваҡытта 2001—09 йй. татар теле һәм мәҙәниәт-ара бәйләнештәр каф. мөдире. 2011 й. алып Ҡазан федераль ун-тында уҡыта: ғилми-белем татаристика, төркиәт һәм этномәҙәни белем биреү үҙәге етәксеһе урынбаҫары, 2012—15 йй. татар теле һәм уҡытыу методикаһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре лингводидактика проблемаларына, татар теле теорияһына һәм уны вузда, урыҫ мәктәбендә уҡытыу методикаһына арналған. 500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. уҡытыу-методик әсбаптар, авторы. Ҡ. Насыри ис. пр. лауреаты (1998).
Хеҙм.: Основы методики обучения татарскому языку как неродному. СПб., 2001.
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина