Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФУТБОЛ

Просмотров: 1994

ФУТБОЛ (ингл. foot — аяҡ, ball — туп), спорт төрө, ҡапҡалы махсус яланда туп м‑н команда уйыны. Башҡортостанда Ф. үҫеше 1907 й. Өфө уҡыу йорттары уҡыусыларын физик тәрбиәләү йәмғиәте асылыуға бәйле. 1912 й. Стәрлетамаҡ ҡ., 1913 й. — Бөрө ҡ. 20‑се йй. аҙ. — Бәләбәй ҡ., 30‑сы йй. аҙ. Ишембай р‑нының Ишембай ҡасабаһында, 40‑сы йй. аҙ. Октябрьский, Салауат һ.б. ҡалаларҙа футбол командалары ойошторола. 1913 й. Өфө йыйылма командаһы беренсе Урал чемпионаты еңеүсеһе, 1923 й. — Волга буйы олимпиадаһының бронза призёры була. 1939 й. алып БР беренселектәре үткәрелә. 1958 й. Өфөлә “Девон” (Өфө) һәм “Мотор” (Йена ҡ., ГДР) командалары араһында респ. тәүге халыҡ‑ара иптәштәрсә матчы үтә. 1977 й. РСФСР авт. республикалары кубогы турнирында БАССР йыйылма командаһы еңеүсе була. Респ. Ф. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — В.А.Зябликов була (1951), ул “Динамо” командаһы (Мәскәү) составында СССР чемпионатында (1950) көмөш миҙалдар яулай. СССР, РСФСР һәм Рәсәй беренселектәрендә Башҡортостандың данын Өфөнән “Крылья Советов” (1947), “Девон” (1958), “Нефтсе” (1957, 2004—05), “Төҙөүсе” (1959—76, 2002—03), “Өфөлө” (1970), “Гастелло” (1977—92), “Башинформсвязь‑Динамо” (2009—10), “Өфө” (2011 й. алып) һ.б.; Стәрлетамаҡтан “Каучук” (1966—69, 1990—91), “Содовик” (1992—2007); Салауаттан “Химик” һәм “Нефтехимик” (1963—70); Октябрьскийҙан “Нефтсе” (1967—69), “Автоприбор” (1990—92), “Девон” (1993—94); Күмертау ҡ. — “Шахтёр” (1968—69); Нефтекама ҡ. — “Башсельмаш” (1990—91); Учалы ҡ. — “Таусы” (2008—13) командалары яҡлай. 1992—98 йй. Өфөлә “Иҙел” ҡатын‑ҡыҙҙар футбол клубы эшләй, 1995 й. алып Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында сығыш яһай. Клуб тәрбиәләнеүсеһе Н.Г.Чернова Хәрби һауа көстәренең Үҙәк спорт клубы составында (Һамар ҡ.) Рәсәй чемп. була (2001). Респ. 1997 й. башлап БР Ф. федерацияһы, 2010 й. — БР ҡатын-ҡыҙҙар Ф. ассоциацияһы эшләй.

Әҙәб.: Ш у х а р д и н О.Г. Футбол в стране курая: летопись уфимского футбола. Уфа, 2015.

О.Г.Шухардин

М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: