Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕВРОПА БӘРҘЕҺЕ

Просмотров: 1087

ЕВРОПА БӘРҘЕҺЕ (Thymallus thymallus), һөмбаш һымаҡтар отрядының бәрҙеләр ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Европала, ш. уҡ Уралдың көнсығыш битләүе йылғаларында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 50 см тиклем, ауырлығы 0,5—1 кг. Кәүҙәһе шыма, ныҡ. Тәңкәһе ҡаты, ваҡ, тығыҙ ултыра. Арҡаһы зәңгәрһыу йәки йәшкелт күк, ян-яғы көмөш төҫлө, ваҡ ҡараһыу таплы һәм буй һыҙатлы. Башы һәм ауыҙы бәләкәй, яңағында урынлашҡан тештәре ваҡ, көсһөҙ. Парлы ҡанаты һары йәки ҡыҙыл, парһыҙҙары — шәмәхә төҫөндә, арҡа ҡанатында бер нисә рәт дүрт мөйөшлө тап бар, ҡылсыҡһыҙ ҡанаты оҙонса тире йыйырсығы рәүешендә. Енси яҡтан 2—3 йылда өлгөрә. Май—июндә ыуылдырыҡ сәсә. Ыуылдырығы асыҡ һары төҫтә, һыу төбөнә ҡырсынташлы ергә һалына, күпмелер ваҡыт ата балыҡ тарафынан һаҡлана. Үрсемлелеге — 3—36 мең ыуылдырыҡ. Умыртҡаһыҙҙар балағорто, балыҡ ыуылдырығы, бөжәктәр, оло заттар ш. уҡ ваҡ имеҙеүселәр м‑н туҡлана. БР‑ҙа Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Урал йй. басс. йәшәй. Спорт балыҡсылығы объекты. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019