Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘСӘНОВ Зимфир Мәхмүт улы

Просмотров: 899

ХӘСӘНОВ Зимфир Мәхмүт улы (2.11.1961, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Иҫке Күсәрбай а.), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (2010). РСФСР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1990). Велосипед спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1980). Новосибирск электротехника ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) ӨДАТУ‑ла эшләй, бер үк ваҡытта 1997 й. алып “Плазматрон” ҒПП‑нда (Өфө) ғилми етәксе. Фәнни эшмәкәрлеге технологик ҡорамалдарға идара итеүҙең автоматлаштырылған системаларын уйлап табыуға арналған. Х. етәкс. автоматлаштырылғанидара итеүсистемаһы булған авиация һәм ракета техникаһының прецизион деталдәренә коррозияға, туҙыуға тотороҡло һәм ауыр ирегән ҡаплауҙарҙы электр дуғаһы ярҙамында плазмалы өрҙөрөү өсөн бер нисә технологик ҡорамал эшләнә, улар авиация сәнәғәте һәм хәрби‑сәнәғәт комплексы пр‑тиеларында индерелә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 44 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Системы управления и регулирования автоматизированного электропривода. Уфа, 2004 (авторҙ.); Источники света и светотехническое оборудование. М., 2007 (авторҙ.); Модели и алгоритмы многосвязного нелинейного управления электромеханическими приводами для системы управления технологическими процессами электродугового плазменного напыления покрытий. М., 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: