Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘСӘНОВ Илмир Йосоп улы

Просмотров: 1114

ХӘСӘНОВ Илмир Йосоп улы (8.1. 1942, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Оло Кәркәле а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1994). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) Арлан район нефть ҡыуыу идаралығында (Ҡалтасы р‑ны Күтәрем а.), 1968 й. алып Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ‑нда (Өфө; 1978 й. башлап лаб. мөдире); 1980—82 йй. Сүриәлә эшләй. 1983 й. алып ӨНИ‑нең Салауат филиалында, 1995 й. — “Шәрек” ғилми‑производство үҙәге ЯСЙ‑ның (Салауат ҡ.) ген. дир., бер үк ваҡытта 1997 й. башлап БР ФА‑ның Ғәмәли тикшеренеүҙәр ин‑ты (Стәрлетамаҡ ҡ.) хеҙм‑ре, 1998 й. — бүлек мөдире. 2004 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба транспорты, нефтте сығарғанда һәм ташығанда тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларына арналған. Х. етәкс. ҡуйылығы юғары булған һәм тиҙ ҡатыусан нефтте ҡыуыу технологиялары, үткәргес торбаларҙы техник хеҙмәтләндереүһәм ремонтлау саралары һ.б. эшләнә. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 95 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Организация учёта и измерения количества нефтяного газа на промыслах и пути их совершенствования. Уфа, 2009 (авторҙ.); Современные технологии и технические сред­ства защиты природных комплексов от отрицательного воздействия при добыче и транспортировке нефти. Уфа, 2015; Инновационные научно‑исследовательские и опытно­конструкторские разработки в области добычи, подготовки и транспорта нефти. Уфа, 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: