Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИБУЛЛИН Булат Нурмый улы

Просмотров: 1166

ХӘБИБУЛЛИН Булат Нурмый улы (24.5.1958, ТАССР‑ҙың Бәйрәкә а.), математик. Физика­математика фәндәре докторы (1993), профессор (1996). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011). БДУ‑ны тамамлаған (1980), 1983 й. алып шунда уҡ эшләй (1995 й. башлап юғары алгебра һәм геометрия кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге функциялар теорияһын үҫтереүгә арналған. Х. тарафынан субгармоник функцияларҙың асимптотик тотошо, аналитик функциялар арауыҡтарындағы йомоҡ идеалдар һәм аҫ модулдәр, голоморф йәки дифференциацияланған функцияларҙың ауырлыҡ арауыҡтарында спектраль синтез мәсьәләләре тикшерелә. Аналитик функциялар арауыҡтары өсөн функция системаларының тулылығын өйрәнгәндә, Пэли проблемаһын сисеүҙә һ.б. ҡулланылған күмәклектәрҙе тасуирлау (нуль булыу, бер генә булыу, бер генә булмау) ысулы уйлап табыла. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2021), А.Ф.Леонтьев исемендәге премия (2013) лауреаты.

  Х е ҙ м.: Полнота систем экспонент и множества единственности. Уфа, 2011.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022