Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРНАУХОВА (Хәсәнова) Эльмира Рәмил ҡыҙы

Просмотров: 776

КАРНАУХОВА (Хәсәнова) Эльмира Рәмил ҡыҙы (10.7.1985, Баймаҡ ҡ.), спортсы. Шахмат буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (2008), халыҡ‑ара мастер (2001), ФИДЕ мастеры (Халыҡ‑ара шахмат федерацияһы, 1999). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (2012). Шахмат буйынса республика ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры — Н.В.Хәсәнова). Венгрияла (Будапешт ҡ., 2005) һәм Украинала (Алушта ҡ., 2007) халыҡ‑ара турнирҙар, Рәсәй Кубогы этабы (2012) еңеүсеһе, һәүәҫкәрҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призёры (1997), Европа чемпионаттарының бронза призёры (1999—2003). 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионы (2002). Ҡыҙ балалар араһында донъя беренселеге еңеүсеһе (1999), Бөтә донъя балалар шахмат олимпиадаһы чемпионы (Истанбул ҡ.), Бөтә донъя үҫмерҙәр уйындарының бронза призёры (Мәскәү ҡ.; икеһе лә — 1998).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022