Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘБИРОВА Светлана Әсхәт ҡыҙы

Просмотров: 918

ХӘБИРОВА Светлана Әсхәт ҡыҙы (12.3.1978, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2000). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). Урал физик культура акад. тамамлаған (2000). “Каучук” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ; тренеры П.И.Никитин), 1994—2002 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, 1994—2004 йй. Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай. Икебәйге б‑са донъя (2002), Европа (2000) һәм Рәсәй (1997, 2000—03) чемп., Рәсәй кубогын яулаусы (1997), донъя (2001), Европа (1998, 2002) һәм Рәсәй (1999) чемпионаттарының көмөш призёры, Европа чемпионатының бронза призёры (1995), халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе (Мәскәү, 2001). Үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (1995—96). Ҡыҙҙар араһында Европа (1994—95) һәм Рәсәй (1994) чемпионы. Ҡатын‑ҡыҙҙар араһында 69 кг тиклем ауырлыҡ категорияһындағы ырғымда һәм күтәреүҙә Рәсәй (2001), 75 кг тиклем ауырлыҡ категорияһындағы икебәйгелә Европа һәм Рәсәй (2000) рекордсыһы. Үҫмер спортсылар араһында 8 тапҡыр донъя рекордсыһы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1994—2004).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: