Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы

Просмотров: 1135

ХАДЖИЕВ Сәләмбәк Наиб улы (7.1.1941,Чечен-Ингуш АССР-ы Шали а. — 2.3.2018, Израиль), инженер-технолог. РФА академигы (2008), БР (1991) һәм ТР (2007) ФА-ның почётлы академигы, химия фәндәре докторы (1981), профессор (1984). РФ Яғыулыҡ-энергетика комплексының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001), Чечен-Ингуш АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР-ҙың (1990) һәм Болгария Халыҡ Республикаһының (1982) почётлы нефтехимигы. Грозный нефть институтын тамамлағандан һуң (1962) 1964 й. тиклем һәм 1967 й. алып Грозный нефть ҒТИ-нда эшләй: өлкән ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире, директор урынбаҫары, 1992—94 йй. директор; бер үк ваҡытта 1984—91 йй. һәм 1992—94 йй. “Грознефтехим” ҒПБ генераль директоры. 1991 й. СССР‑ҙың химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министры. 1995 й. Чечен Республикаһы Хөкүмәте рәйесе. 1996 й. башлап Мәскәү ҡ.: РФ-тың Сәнәғәт сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 1997 й. алып РФА-ның А.В.Топчиев исемендәге Нефтехимия синтезы институтында лаборатория мөдире, 2008 й. – директор, 2017 й. — ғилми етәксеһе; бер үк ваҡытта 1997 й. башлап “Экотек-Ойл” ЯАЙ президенты, 2000 й. – “Росбизнесбанк”та күҙәтеү советы, 2001 й. – РФА-ның нефтехимия буйынса ғилми советы рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге түбән температурала туңыусы юғары тығыҙлыҡтағы нефть яғыулыҡтары уйлап сығарыуға, цеолитлы катализаторҙар ярҙамында углеводородтар әүерелештәрен тикшереүгә арналған. Х. тарафынан вакуум дистилляттарының каталитик крекингы технологияһы камиллаштырылған, изобутанды олефиндар менән алкиллаштырыу өсөн көкөрт кислоталы каталитик комплекс, бензолды этилен һәм пропилен менән алкиллаштырыу, диэтилбензол алыу, яғыулыҡтарҙы каталитик парафинһыҙлаштырыу өсөн цеолитлы катализаторҙар етештереү һәм һынау ярым сәнәғәт ҡулайламалары серияһы, нефтте тулыраҡ эшкәртеү өсөн 10 комплекс (КТ-1, КТ-2 һ.б.), гудрон висбрекингы ҡулайламалары, альтернатив яғыулыҡтар алыу (ш. иҫ. метил спиртының мотор яғыулыҡтарына конверсияһы) технологияһы һәм катализаторҙары уйлап табылған. Х. етәкселегендә Г-43-107 ҡулайламаһы эшләнгән һәм Өфө НЭЗ-ына индерелгән. РФА-ның “Нефтехимия” журналы баш мөхәррире (2000 й. алып). “Чечен мәҙәни үҙәге” йәмәғәт ойошмаһы президенты (Мәскәү ҡ., 1995 й. алып). СССР ЮС-ының 12‑се саҡырылыш депутаты. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премия лауреаты (2009). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе” (1976), Почёт (2012) ордендары менән бүләкләнгән.

  Х е ҙ м.: Крекинг нефтяных фракций на цеолитсодержащих катализаторах. М., 1982 (авторҙ.).

Ф.Р.Исмәғилов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Ф.Р.Исмәғилов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.04.2023