ХВОРОВА Ирина Васильевна
ХВОРОВА Ирина Васильевна (21.2. 1913, Красноярск ҡ. — 25.12.2003, Мәскәү), инженер-геолог. Геол.-минералогия ф. д-ры (1952), проф. (1971). РСФСР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин-тын тамамлағандан һуң (1935) “Востокнефть” тресының геологы. 1937 й. алып Бөтә Союз гидрогеология һәм инженерлыҡ геологияһы ҒТИ-ның литологы, 1940 й. башлап һәм 1943 й. — Палеонтология ин-тында, 1953— 93 йй. РФА-ның Геол. ин-тында: өлкән ғилми хеҙм-р, 1961—86 йй. лаб. мөдире (бөтәһе лә — Мәскәү). 1941—43 йй. Башҡ-н нефть экспедицияһында. Фәнни эшмәкәрлеге литология, стратиграфия өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Х. тарафынан Көнсығыш Европа платформаһының вулкан-ултырма формацияларының геологияһы һәм файҙалы ҡаҙылмалары, таш күмер бассейндарының палеогеографияһы өйрәнелгән. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Халыҡтар дуҫлығы (1986), “Почёт Билдәһе” (1963) орд. м-н бүләкләнгән.
Хеҙм.: Атлас карбонатных пород среднего и верхнего карбона Русской платформы. М., 1958; Флишевая и нижнемолассовая формации Южного Урала. М., 1961; Формации Сакмарского аллохтона (Юж. Урал). М., 1978 (авторҙ.).
Тәрж. Э.М.Юлбарисов