ХӘЗИӘХМӘТОВ Рәшит Мөхәмәт улы
ХӘЗИӘХМӘТОВ Рәшит Мөхәмәт улы (31.10.1949, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Берлог ҡсб), эколог. Биол. ф. д‑ры (2002), проф. (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Биология ин‑тында эшләй (1993 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑ре). 1994 й. башлап БДУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге агроэкология, глобализация һәм глобаль экология проблемаларына арналған. Х. ҡатнашлығында БР‑ҙа агроэкосистемалар структураһын оптималләштереүҙең экологик нормативтары һ.б. эшләнә. Тотороҡло үҫеш, аҙыҡ‑түлек хәүефһеҙлеге концепцияһын формалаштырыуға өлөш индерә. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Экологический императив сельского хозяйства Республики Башкортостан. Уфа, 1999 (авторҙ.).
Тәрж. Г.А.Миһранова