Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҘ ЙОНДОҘО

Просмотров: 784

ЯҘ ЙОНДОҘО (Corydalis), тиле­ ки­шер­ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 380 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә, 1 төрө тропик Африканың тау урмандарында таралған. БР‑ҙа тиле кишер кеүек Я.й. (үҙәк тамырлы бер йәки ике йыллыҡ үлән) һәм тығыҙ Я.й. (үҫешкән бүлбеле күп йыллыҡ) үҫә. Һабаҡтары төҙ, тарбаҡлы, өҫкө өлөшөндә йәйенке, көмөш һымаҡ бураҙналы, бейеклеге 10— 50 см. Япраҡтары сиратлы, ҡарағусҡыл күк төҫтә, йомшаҡ, тиҙ һулый, ике тапҡыр өсәрле теленгән, киҫек йәки айырым, һирәгерәк бөтөн өлөшлө. Сәскәләре зигоморф, ике енесле, оҙонайған тупаҡ ҡыуыш үҫентеле, тиле кишер кеүек Я.й. — тоноҡ һары, тығыҙ Я.й. — алһыу зәңгәр, ҡуйы ҡыҙыл йәки көрән күк. Сәскәлеге тәлгәшле. Апр.—майҙа сәскә ата. Емеше — күп орлоҡло ҡуҙаҡ рәүешендәге ҡумта, май—июндә өлгөрә. Тиле кишер кеүек Я.й. йыл­ға ярҙарында һәм уларҙың ярлауҙарында, урмандарҙа, болондарҙа һәм ташландыҡ ерҙәрҙә, тығыҙ Я.й. асыҡ урмандарҙа һәм ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Декоратив үҫемлектәр, һитәле һәм баллы­ үҫемлектәр. Составында алкалоидтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ ­медицинаһында ҡулланыла.

З.Е.Ҡылысова,­ С.С.Хәйретдинов

Тәрж.­Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: