Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҘ ЙОНДОҘҘАРЫ

Просмотров: 851

ЯҘ ЙОНДОҘҘАРЫ (Notodontidae), күбәләктәр отрядының бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 2 мең төрө билдәле, Ер шарының уртаса һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. БР‑ҙа 33 төрө осрай: оло гарпия, оҙон ҡойроҡло суҡҡойроҡ, көмөш соҡорсоҡ, кәкерсәкле Я.й., осло башлы Я.й. һ.б. Кәүҙәһе йыуан, йөнтәҫ. Ҡанаттарының йәйеме 4—10 см; алғылары — оҙонса, артҡы ситтәре өлпөлө йәки йөнтәҫ тешле; төҫө һоро йәки көрәнһыу. Ата Я.й. мыйыҡсалары ҡырлы, инә Я.й. — ҡыҫҡа ҡырлы йәки төклө. Ауыҙ ағзалары рудиментар, томшоғо күп осраҡта үҫеп етмәй, ишетеү ағзалары артҡы күкрәгендә урынлашҡан. Йомортҡаларын үҫемлек япраҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтары ғәҙәттә яланғас, кәүҙәләрендә йыш ҡына оролар барлыҡҡа килә, һуңғы сегменттағы ослоҡтары редукциялана йәки үҫентеләргә әйләнә; ҡайырҙа, япраҡтар араһында йәки тупраҡта ҡуҙыларҙа ҡурсаҡлана. Республика шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Ҡурсаҡтары ҡышлай. Күбәләктәр май—июль айҙарында оса; төндә әүҙем. Ҡарышлауыҡтары ағас һәм ҡыуаҡ япраҡтарын ашай, имаго туҡланмай. Башлыса БР‑ҙың урман һәм урман‑дала райондарында таралған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022