Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЗИЕВА Рәүилә Миңлеғәле ҡыҙы

Просмотров: 897

ХӘЗИЕВА Рәүилә Миңлеғәле ҡыҙы [15.8.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы) Ибраһим а. — 18.8.2021, Өфө ҡ.], бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1967) һәм атҡаҙанған (1955) артисы. Башҡ. театр‑художество училищеһын тамамлағандан һуң (1952; педагогы Х.Бохарский) Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1972 й. алып Башҡ. филармонияһы солисы. 1975—85 йй. Әбйәлил районында: С.М.Киров исемендәге колхоздың, “Красная Башкирия” һәм “Урал” совхоздарының бейеү ансамблдәре етәксеһе. Х. таланты башҡорт ҡыҙҙарының тәьҫирле һәм романтик образдарын тыуҙырғанда асыла. Бейеүҙәренә ҙур оҫталыҡ һәм сағыу темперамент хас. “Биҙрә менән бейеү”, “Дуҫлыҡ”, “Зарифа”, “Ҡороҡсолар”, “Шаян ҡыҙҙар” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Шулай уҡ репертуарында СССР халыҡтары бейеүҙәре, катхакали стилендәге һинд, лаос, корей бейеүҙәре бар. Яңғыҙ башҡарылған “Оҙон сәс”, “Һалдат ҡайтты” (Ә.Н.Фәхретдинов менән берлектә); коллектив өсөн “Илгәҙәк”, “Хәйерниса‑Гөлниса”, “Себер татарҙары” (“Сибирские татары”) һ.б. бейеүҙәр ҡуя. СССР‑ҙың халыҡ артисы М.Ә.Эсамбаев менән сығыш яһай. Мәскәү ҡ. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. Рәсәй һәм донъяның 30 иле буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Вена, 1959).

 Әҙәб.: Хайруллин Р.Х. Башкирский государственный ансамбль народного танца. Уфа, 1966.

О.Ғ.Вилданова, Л.И.Нагаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

О.Ғ.Вилданова, Л.И.Нагаева
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.04.2023