ХЕМИЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ
ХЕМИЛЮМИНЕСЦЕНЦИЯ, ҡуҙғытылған хәлдә химик реакцияларҙың продукттары килеп сығыуға бәйле барлыҡҡа килгән тигеҙләнешмәгән нурланыш. Ҡуҙғытыу энергияһы молекула тәүге хәленә квантлы күсеүе ваҡытында фотондар рәүешендә бүленеп сыға (ҡара: Люминесценция). Тәбиғәттә яҡтылыҡ атмосфераның юғары ҡатламдарында, минералдарҙа, сереүсе үҫемлектәрҙә һ.б. күҙәтелә; тере организмдарҙағы Х. (биолюминесценция) – специфик матдәләрҙең (люциферин) һауалағы кислород м-н ферментатив окисланыуы ваҡытында ҡайһы бер бөжәктәрҙә, диңгеҙ хайуандарында барлыҡҡа килгән яҡтырыу. Х. газ (спектры башлыса һыҙыҡлы; ҡуҙғытылған кислород барлыҡҡа килеүгә бәйле күк йөҙөнөң йәшел булып яҡтырыуы; аҡ фосфор парҙарының кислород м-н окисланыуы һ.б.), шыйыҡлыҡ фазаһындағы (спектр яҫы таҫмаларҙан тора; берләшмәләрҙең радикалдар барлыҡҡа килтереп окисланыуы, рутенийҙың бипиридиллы комплекстары эретмәләренең ҡайтарылыуы һ.б.), гетероген (кристалдарҙың термик тарҡалыуы, газ хәлендәге молекулаларҙың ҡаты есемдең, ш. иҫ. катализаторҙарҙың, өҫтөндәге актив үҙәктәрҙә хемосорбцияһы) реакциялар м-н бергә бара. Спектрҙың күҙгә күренгән өлөшөндәге нурланышлы реакциялар күберәк өйрәнелгән; ультрафиолет һәм инфраҡыҙыл өлкәлә Х. була. Үҙенән-үҙе барған реакцияларҙа (реагенттарҙы ҡатыштырғанда; ғәмәлдәге Х.), электр разряды, электролиз (электр-Х.), яҡтылыҡ (фото-Х.), ионлаштырыусы нурланыш тәьҫире аҫтында (радио-Х.) һ.б. күҙәтелә. Баҙыҡлыҡ (яҡтылыҡ интенсивлығының химик реакция тиҙлегенә сағыштырмаһы), Х. квант сығышы (химик система сығарған фотондар һанының реакцияла ҡатнашҡан өлөшсәләр һанына сағыштырмаһы; баҙлауыҡ люциферинының һауала ферментатив окисланыуы өсөн 1-ҙән алып нигеҙҙәр м-н к-таларҙы нейтралләштереү реакциялары өсөн 10-16 тиклем), Х. ҡуҙғытыуының квант сығышы(ҡуҙғытылған өлөшсәләр һанының реакцияға ингән сығанаҡ молекулаларҙың дөйөм һанына сағыштырмаһы), Х. энергетик сығышы (фотондар рәүешендә сыҡҡан энергияның химик әүерелеш энтальпияһына йәки ирекле энергияһына сағыштырмаһы) хас. Хемилюминесцент яҡтылыҡ сығанаҡтарында һәм индикаторҙарҙа, химик лазерҙарҙа, эретмәләрҙә төрлө элементтарҙың ультра аҙ миҡдарын билдәләү өсөн люминесцент шыйыҡлыҡ анализаторҙарында (ҡара: Люминесцент анализ), һыуҙа полициклик ароматик углеводородтар, хлорлы ароматик берләшмәләр, пестицидтар һ.б. булыуын билдәләү өсөн; атмосфераның өҫкө ҡатламдарындағы, биол. системаларҙағы процестарҙы, гетероген-каталитик һәм автотирбәлеү реакцияларын, полимерҙарҙың химик әүерелеүен өйрәнгәндә ҡулланыла. Башҡортостанда Х. өйрәнеү 20 б. 70-се йй. Органик химия институтында В.П.Казаков етәкс. башлана. Уранил, лантаноидтарҙың Х. (Д.Д. Афоничев, С.С.Остахов, В.В.Рыкова һ.б.), металорганик берләшмәләрҙең кислород һәм ксенон дифториды м-н окисланыу (Р.Ғ.Болғаҡов, С.П.Кулешов, Г.Я. Майстренко һ.б.), 1,2-диоксетандарҙың тарҡалыу (А.И.Волошин, Остахов, Г.Л.Шәрипов) реакциялары Х., хемилюминесцент реакцияларҙың т-раға бәйле булыуы (В.М.Калинина, С.В.Лотник һ.б.) өйрәнелгән.
Әҙәб.: К а з а к о в В.П. Хемилюминесценция уранила, лантаноидов и d-элементов. М., 1980; Л о т н и к С.В., К а з а к о в В.П. Низкотемпературная хемилюминесценция. М., 1987; Шарипов Г.Л., Казаков В.П., Толстиков Г.А. Химия и хемилюминесценция 1,2-диоксетанов. М., 1990.
В.П.Казаков
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов