Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХРИСТИАНЛЫҠ

Просмотров: 1274

ХРИСТИАНЛЫҠ (гр. Christos — мәсих), донъя диндәренең береһе (буддизм һәм ислам м-н бер рәттән). 1 б. башында Фәләстанда барлыҡҡа килә. Төп йүнәлештәре: православие, католицизм, протестантлыҡ. Эйәреүселәре — христиандар. Дин ғилеме сығанаҡтары — Библия һәм Изге риүәйәт (католицизмда һәм православиела). Нигеҙендә — күктән ергә төшкән, кешеләрҙең гонаһтары ғәфү ителһен өсөн үҙен ғазапҡа һәм үлемгә дусар иткән, үлгәндән һуң терелгән һәм күккә олғашҡан Иисус Христос т-да тәғлимәт. Киләсәктә, Х. тәғлимәте б-са, тереләр һәм үлеләр өҫтөнән хөкөм ҡылыу өсөн Христостың икенсе тапҡыр килеүе көтөлә. Х. дини символы Никея (325) һәм Константинополь (381) Ғаләм соборҙарында формалаша; 12 догматтан тора: Алланың өс берлеге, Алланы кәүҙәләндереү, Иисус Христостың терелеүе, олғашыуы, икенсе тапҡыр килеүе, суҡындырыу һ.б. т-да догматтар бар. Диндарҙарҙың Алла бәрәкәтенә ҡушылыуы йолаларҙа ҡатнашҡанда тормошҡа ашырыла. Православие динендәге кешеләр һәм католиктар — суҡынды­рыу, миро һөртөү (католиктарҙа — конфирмация), Евхаристия, тәүбәгә килеү, зәйтүн майы һөртөү, никах, сиркәү хеҙмәтенә бағышлау; протестанттар суҡындырыу һәм Евхаристия йолаларын таный. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы край терр-яһында Х. таралыуға булышлыҡ итә. 16 б. уртаһында православие христиандары, 17 б. 2-се ярт. католиктар һәм старообрядсылар (ҡара: Старообрядсылыҡ), 19 б. 1-се ярт. христоверҙар (ҡара: Сектантлыҡ), 19 б. аҙ. — 20 б. башында баптистар (ҡара: Баптизм), инжил христиандары, меннониттар, һуңыраҡ адвен­тистар, мормондар, пятидесятниктар һ.б. барлыҡҡа килә. Башҡортостанда православие өҫтөнлөк итә. Монастырҙар, сиркәүҙәр, часовнялар эшләй, дини белем биреү тормошҡа ашырыла, ваҡытлы баҫмалар нәшер ителә (ҡара: Христиан ваҡытлы матбуғаты).

О.Б.Феклина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019