ХИЗБУЛЛИН Фәйез Фәрүәз улы
ХИЗБУЛЛИН Фәйез Фәрүәз улы (22.9.1956, БАССР-ҙың Дыуан районы Мәсәғүт а.), физик. Химия фәндәре докторы (2006). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй. 1980 й. алып ӨНИ-лә, 1981 й. – Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология институтында (1990 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр), 1992 й. – Нефтехимия һәм катализ институтында. 1994 й. алып БР-ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ-нда аналитик химия бүлеге мөдире, 2009 й. — директор. 2012 й. башлап ӨДИСУ-ның транспорт системалары сервисы кафедраһы мөдире, 2016 й. – ӨДНТУ-ның техник системаларҙа сервис һәм идара итеү кафедраһы мөдире. Фәнни хеҙмәттәре тирә-яҡ мөхит объекттарындағы тотороҡло органик бысратҡыстарҙы тикшереүгә, ш. иҫ. хлорлы техник продукттар етештергәндә диоксиндар барлыҡҡа килеү проблемаларына арналған.
Хеҙм.: Диоксины в жизненном цикле хлорорганических химических продуктов. Уфа, 2005.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов