Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘРМӘР ҠУҢЫҘ

Просмотров: 818

МӘРМӘР ҠУҢЫҘ, сыбар европа ҡуңыҙы, июль ҡуңыҙы (Polyphylla fullo), ҡаты ҡанатлылар отрядының суҡ мыйыҡлылар ғаиләһенә ҡараған ҡуңыҙ. Урта һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо — 38 мм тиклем. Кәүҙәһе ҙур, төҫө көрәнһыу ҡаранан алып ҡуңырт көрәнгә тиклем. Өҫкө ҡанаты аҡ тәңкәләрҙән торған асыҡ күренгән мәрмәр һүрәтле. Ата ҡуңыҙҙар ҙур суҡ мыйыҡтары менән айырылып тора. Йомортҡаһын тупраҡҡа һала. Балағорто эре (оҙонлоғо 70, ҡалынлығы 15 мм тиклем), 3—4 йыл буйы урман тупрағында, тиреҫтә, серек үҙағаста һ.б. үҫешә. Тупраҡта ҡыуаҡ һәм ағас тамырҙары янында ҡурсаҡлана. Балағорто ҡышлай. Ҡуңыҙҙар июлдә сыға, эңерҙә һәм төндә әүҙем. Өлкән заттар ағас япрағы һәм ылыҫ менән туҡлана. М.ҡ. һирәкләп Бүздәк һәм Мәләүез райондарында осрай; БР территорияһы ареалдың төньяҡ сиге булып тора. Ағас (емеш ағастары), ш. иҫ. виноград, һәм үлән ҡоротҡосо.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.09.2022