Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИМЕРСӘК СӘСКӘ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 792

КИМЕРСӘК СӘСКӘ ҺЫМАҠТАР (Illecebraceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 30 заты, 200‑ҙән ашыу төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик, ш. уҡ тропик бүлкәттәрендә таралған. Күп йәки бер йыллыҡ үлән, һирәгерәк ярым ҡыуаҡ. Башҡортостанда бүҫер үләне һәм диуала заттарынан 3 төр үҫә. Күп йәки бер йыллыҡ һарғылт йәки буҙ‑йәшел үләндәр. Һабаҡтары быуынтыҡлы, тармаҡлы, йәйенке, күтәрелеүсән йәки төҙ. Япраҡтары ғәҙәттә япраҡ ҡолаҡ сынһыҙ, бөтөн, шыма ситле, ҡыяҡлы, оҙонса, беҙ йәки эллипс формаһында, ҡапма‑ҡаршы, ултырма, ҡайһы берҙә ҡыҫҡа һаплы йәки ҙур булмаған еңсәгә ҡушылып үҫкән. Сәскәләре күркһеҙ, аҡ, йәшкелт, алһыу төҫтә, ваҡ, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике, һирәгерәк айырым енесле, ябай (тажһыҙ) йәки 5—4 ирекле каса япраҡсаларынан һәм таждарҙан торған ике ҡат сәскә эргәлеге м‑н. Һеркәстәре 2—10 (һирәк осраҡта 1), нескә ептәр һәм буйға асылыусы һеркәлектәр м‑н. Емешлеге 1, 2—5 емеш япрағынан, 2—3 ултырма йәки емешлек бағанаһында урынлашҡан емешлек ауыҙы м‑н, емшәне өҫкө; орлоҡ яралғылары күп йәки 1. Сәскәлеге цимоз, тығыҙ ос һәм ҡуйын шәлкемдәр рәүешендә. Бөжәктәр һәм ел ярҙамында һеркәләнә. Емеше — күп орлоҡло ҡумта, 3 йәки 5 ҡапҡас м‑н асылыусы (бүҫер үләне төрҙәренеке), йәки бер орлоҡло, сәтләүек рәүешле, һаҡланыусы каса м‑н (диуаланың төрҙәрендә). Орлоҡтары онло перисперм тирәләй бөгөлгән яралғылы, ҡайһы берҙә ҡанатлы. Бүҫер үләне асыҡ ҡомло урындарҙа, битләүҙәр, текә ярҙар һәм йылға ярҙары буйлап, Башҡортостандың Урал алдында юл буйҙарында; ҡасағуты — һирәкләп далала, аҡбурлы битләүҙәр буйлап; бер йыллыҡ диуала бөтә ерҙә тиерлек баҫыуҙарҙа, ҡалдауҙарҙа, ҡомлоҡтарҙа, ташландыҡ ерҙәрҙә осрай. К.с.һ. составында кумариндар, сапониндар, флавоноидтар һ.б. биологик актив матдәләр бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ҡый үләндәре. Бүҫер үләне — һарыҡтар өсөн, бер йыллыҡ диуала йылҡы һәм ваҡ мөгөҙлө мал өсөн аҙыҡ булып тора.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019