Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИМЕРҘАРҒА ХИМИКАТ‑ӨҪТӘМӘЛӘР

Просмотров: 1074

ПОЛИМЕРҘАРҒА ХИМИКАТ‑ӨҪТӘМӘЛӘР, полимерҙарҙа үтә ныҡ ваҡланған һәм уларҙың молекуляр структураһын үҙгәртмәгән химик матдәләр. Тәғәйенләнеше б‑са антиоксиданттар, ‑озонаттар, ‑пирендар, ‑радтар, ‑статиктар, күбекләндергес һәм тиксотроп агенттар, лубриканттар (майҙар), модификаторҙар, йомшартҡыстар, тултырғыстар, ҡатырғыстар (ҡара: Ҡораулы полимерҙар), пластификаторҙар (ҡара: Полимерҙарҙы пластификациялау), өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, пигменттар, күҙәнәк һәм структура барлыҡҡа килтереүселәр, иҫкереүҙән һаҡлағыстар (ҡара: Полимерҙарҙың иҫкереүе), шыйыҡлағыстар, эреткестәр, синтетик буяуҙар, термо‑ һәм яҡтылыҡ стабилизаторҙары (УФ‑абсорберҙар, экранлаған өҫтәмәләр, хромофор төркөмдәрҙең ҡуҙғыу хәлен баҫыусылар һ.б.; ҡара: Полимерҙарҙы стабилләштереү), вулканизацияны, пластикацияны тиҙләткестәр һәм уларҙың агенттары һ.б. айырыла. Уларға инициаторҙар, полимерлашыу катализаторҙары инмәй. Полимерҙың, полимер материалының технологик һәм эксплуатация үҙсәнлектәрен көйләү өсөн синтез, полимерҙар эшкәртеү стадияһында массанан 0,1—120% күләмдә индерәләр йәки әҙер материалдың, изделиеның өҫкө йөҙөнә ялаталар. Башлыса П.х.‑ө. (синергик эффект бирә) комбинацияларын (ҡайһы ваҡыт һаклау тәьҫире стабилизаторҙарҙың әүерелеү продукттары үҙенсәлектәре м‑н билдәләнә) файҙаланалар, уларҙың оптималь йыйылмаһы осоп бөтөүсәнлек, йыуыла алыусанлыҡ, ағыулылыҡ, тотороҡлолоҡ, үҙ‑ара тура ки‑ леүгә һ.б.; ш. уҡ полимерҙың төрө, тәғәйенләнеше, эшкәртеү ысулына бәйле. Ағас плиталар, лак һәм лак‑буяу материалдары, линолеум, органик булмаған полимерҙар, органик быяла, пластикат, пластик массалар, полимерҙар, полимер елемдәр, полимер плёнкалар, резиналар һәм резина‑техник изделиелар, синтетик каучуктар, фоторедукциялаусы плёнкалар, химик сүстәр һ.б. етештерер өсөн файҙаланыла. Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Уфанефтехим” ААЙ йомшартҡыс майҙар (МП‑604, МП‑75 маркалы), май‑пластификаторҙар (Эфир ЛЗ‑7, Эфир №2, ПН‑6Ш, ПН‑6К), химик сүстәр етештерер өсөн майҙар (С‑9, С‑15), көкөрт, һаҡлағыс балауыҙ; Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы — Агидол сериялы антиоксиданттар, Пироль ыҫмалалары (кибеүҙе тиҙләткес), Октофор‑N (плёнка барлыҡҡа килтергес, резинаның йәбешеүсәнлелеген көсәйтә), түбән молекуляр каучуктар (металл, полимерҙарға һ.б. адгезияны күтәрә), Крафанил У каучуктар стабилизаторы; “Каучук” пр‑тиеһы — пигмент, “Газпром нефтехим Салават” ААЙ — пиролиз ыҫмалаһы, диалкилфталаттар; “Каустик” — хлорланған парафиндар, һелтеле‑ер металдары стеараттары, елем һәм пластизолдәр етештереү өсөн органобентониттар; “Сода”, “СТЕКЛОНиТ”, “Туймазытехуглерод” — төрлө тултырғыстар етештерә. “Авангард” ФДУП ПБ 1995 й. тиклем поливинилхлорид пигменттарының суперконцентраттарын етештерә (М.И. Абдуллин). Химия ин‑тында П.х.‑ө. сифатында ди‑, три‑, тетракарбон к‑талары һәм уларҙың сығарылмалары (О.С.Куковинец, В.Н.Одиноков, Г.А.Толстиков һ.б.), цис‑, транс‑полипиперилендар; Стәрлетамаҡ тәж.‑сәнәғәт нефтехимия з‑ды м‑н берлектә антиоксиданттар етештереү технологияһы (У.М.Джемилев, Б.И.Пантух, Г.И.Рутман, Толстиков һ.б.) тәҡдим ителгән. БДУ‑ла поливинилхлорид нигеҙендә материалдарға П.х.‑ө. эшләнә (Абдуллин, С.В.Колесов, К.С. Минскер), Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында күбекләндергес (азодикарбонамид) етештереү, Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда — һаҡлағыс балауыҙ (В.В.Воробьёва, Б.А.Соболев, И.И.Черек) технологияһы эшләнә. 70‑се йй. аҙ. ӨНИ‑лә П.х.‑ө. лак‑буяу материалдары етештереү технологияһын эшләгәндә ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Аҙ күләмле химия продукттары.

М.И.Абдуллин

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: