Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ БЕЛЕМЕ

Просмотров: 1108

ҺЫНЛЫ СӘНҒӘТ БЕЛЕМЕ, һынлы сәнғәт һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте оҫталарын, сәнғәт белгестәрен, рәссам‑педагогтарҙы әҙерләү системаһы. Дөйөм (урта мәктәп, изостудия) һәм махсус (художество мәктәбе, уч‑щеһы, колледжы, вузы) Һ.с.б. айырыла. Башҡортостанда Һ.с.б. үҫеше Өфө сәнғәт түңәрәге, Ғаилә‑пед. йәмғиәте, П.М.Лебедев, Н.А. Протопоповтың шәхси изостудиялары эшмәкәрлеге м‑н бәйле. 1919 й. В.И.Ленин ис. эшселәр клубында (етәксеһе Ҡ.С.Дәүләткилдеев), тимер юлсылар клубында (А.П.Лежнев) художество студиялары ойошторола. 1920 йй. Юғары художество‑техник оҫтаханаһының Өфө филиалы асыла. 1926 й. Башҡорт сәнғәт техникумында (ҡара: Сәнғәт училищеһы) художество бүлеге булдырыла (педагогтар Ю.Ю.Блюменталь, Дәүләткилдеев, Б.Ф.Лалетин, Лебедев, Лежнев, Л.В.Лезенков, И.Н.Самарин, А.Э.Тюлькин, И.И.Урядов һ.б.). 60‑сы йй. башында Белорет, Бөрө, Күмертау, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалаларҙа художество мәктәптәре, ш. иҫ. Художество мәктәбе №1, Художество мәктәбе №2, Дәүләткилдеев Ҡ. исемендәге һынлы сәнғәт гимназия‑интернаты; 1977 й. Өфө сәнғәт мәктәбе асыла. Рәсем һәм һыҙым уҡытыусылары 1963 й. алып Педагогия колледжы №2, 1991 й. башлап Стәрлетамаҡ педагогия колледжының художество‑графика бүлегендә әҙерләнә. Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү 1973 й. Р.М.Нурмөхәмәтов инициативаһы м‑н ӨДСИ‑лә (ҡара: Сәнғәт институты) художество бүлеге (“станок сәнғәте” һөнәре, 1975 й. алып “театр‑декорация сәнғәте”) асылғандан һуң башлана. Бүлек 1978 й. ябыла, 1990 й. эшмәкәрлеген яңынан тергеҙә (1993 й. “интерьер һәм йыһаз”, “сәнәғәт ҡорамалдары”, “ташты художестволы эшкәртеү”, “китап дизайны” йүнәлештәрен үҙ эсенә алған “дизайн” һөнәре, 1994 й. “скульптура” һөнәре булдырыла); 1996 й. башлап Рәсәй художество акад. ижади оҫтаханаһы (аспирантура) эшләй. 1974 й. БДПИ‑ла (ҡара: Педагогия университеты) художество‑графика ф‑ты (нигеҙ һалыусыһы — рәссам А.С.Рындин) асыла. Уҡытыу “һынлы сәнғәт” (1974 й. алып), “профессиональ белем (дизайн)” (2000 й. алып), “дизайн” (2010 й. алып) һөнәрҙәре б‑са алып барыла.

Әҙәб.: Т р о и ц к а я Л.Н., А х м а д и е в а Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992.

Э.Э.Пурик

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: