Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХУЖИН Валерьян Дәүләтша улы

Просмотров: 744

ХУЖИН Валерьян Дәүләтша улы (3.1.1942, БАССР‑ҙың Салауат районы Шәрип а. — 18.2.2002, шунда уҡ), агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982), иҡтисад фәндәре докторы (1999). РФ‑тың (1995) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1984) халыҡ мәғарифы отличнигы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Тәтешле районында эшләй: С.М.Киров исемендәге колхоздың, 1971 й. алып район ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы, 1974 й. — “Урал” колхозы рәйесе. 1987 й. башлап Бөрө районында: тәжрибә‑производство хужалығы директоры, 1988 й. алып Район халыҡ депутаттары советының башҡарма комитеты рәйесе, 1992 й. — район хакимиәте башлығы. 1998 й. башлап Башҡортостан ауыл хужалығы ҒТИ‑нда директорҙың 1‑се урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре ауылды социаль‑иҡтисади яҡтан үҫтереү, ауыл хужалығы производствоһының һөҙөмтәлелеген арттырыу проблемаларына һ.б. арналған. БР ЮС‑ының 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты.

 Х е ҙ м.: Экономическая эффективность повышения плодородия серых лесных почв северной лесостепной зоны РБ. Уфа, 1997; Опыт и проблемы аграрной реформы и пути социально‑экономического развития сельского района. Уфа, 2000.

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023