Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ

Просмотров: 974

ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ, сеймалды ҡулланыу продукттарына һәм етештереү сараларына химик эшкәртеүҙең (матдәнең үҙсәнлектәрен, составын һәм төҙөлөшөн үҙгәртеү) аҙ сығымлы һәм экологик яҡтан маҡсатҡа ярашлы ысулдары һәм процестары т-дағы фән. Дөйөм (тигеҙләнеш хәлендәге химик әүерелеүҙәр, матдәләрҙең физик-химик үҙсәнлектәре, энергия, матдә һ.б. күсереүсе физик күренештәр т-дағы тәғлимәт нигеҙендә типовой производство процестарының законлыҡтарын өйрәнә, химик-технологик системалар төҙөүҙең дөйөм нигеҙҙәрен, производстволарҙы һәм сәнәғәт тармаҡтарын кооперациялау юлы м-н сеймалды һәм энергияны комплекслы файҙаланыу ысулдарын эшләй) һәм махсус (сеймалдың айырым төрҙәрен эшкәртеү йәки маҡсатҡа ярашлы продукт алыу технологияларын, производство схемаларын эшләй, процестарҙың һәм ярҙамсы операцияларҙың физик-химик шарттарын булдыра, аппараттарҙың конструкцияһын билдәләй, идара итеү приборҙарын һәм уларҙы әҙерләү өсөн материалдарҙы таба) Х.т. айырыла. Махсус Х.т. ҡул­ланылған сеймалдың тәбиғәтенә ҡарап органик булмаған (төп һәм теүәл органик булмаған синтез, ядро-химия, силикаттар, ҡара һәм төҫлө металлургия технологиялары) һәм органик булған (нефть, газ, үҫемлек һәм хайуан сеймалын эшкәртеү, төп, теүәл органик синтез, биотехнология, юғары молекуляр берләшмәләр технологияһы) төрҙәргә бүленә. Шулай уҡ Х.т. эсенә сеймалды, ярымфабрикаттарҙы һәм әҙер продукттарҙы күсереү, урынлаштырыу һәм һаҡлау, етештереү процестарын контролдә тотоу һәм автоматлаштырыу проблемаларын, аппараттарҙың төрөн һәм берәмеге ҡеүәттәрен өйрәнеү инә. Х.т. теоретик нигеҙҙәре – процестар һәм аппараттар т-дағы тәғлимәт, химик кибернетика (ш. иҫ. математик модель әҙерләүһәм химия-технология процестарын оптималләштереү, автоматлаштырылған идара итеү системалары). Х.т. процестарын һан яғынан тасуирлау химик термодинамика, химик кинетика һ.б. закондарына нигеҙләнгән. Х.т. төп бурысы — физик-химик һәм механик процестар: ҡаты материалдарҙы ваҡлау һәм сорттарға айырыу, гетероген системаларҙың барлыҡҡа килеүе һәм бүленеүе (фильтрлау, центрифугалау, тондороу, үтә ныҡ ваҡлау), масса (ректификация, абсорбция, адсорбция, кристаллашыу, экстракция) һәм йылылыҡ алмашыу, юғары һәм түбән т-ралар, электр, магнит ҡырҙарын һ.б. булдырыу ингән төрлө химик үҙгәреүҙәрҙе бер технологик системаға берләштереү. Х.т. ысулдары химия, нефтехимия, металлургия, төҙөлөш материалдары, быяла, туҡыу, целлюлоза-ҡағыҙ, фарм., аҙыҡ-түлек сәнәғәте һ.б. сәнәғәт тармаҡтарында файҙаланыла. Башҡортостанда Х.т. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр нефть эшкәртеүҙе тәрәнәйтеүгә, нефтехимия продукттары, а.х., медицина һ.б. өсөн полимер материалдар етештереү технологияларын булдырыуға йүнәлтелә. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында юғары таҙалыҡтағы 2,4‑дихлорфеноксиуксус кислотаһын, Октиген, Трезор, Чисталан ҡатнаш гербицидтарын алыу технологиялары эшләнә. Нефтехимия эшкәртеү институтында мазутты тәрән вакуумлы ҡыуыу, анизотропик структуралы кокс, ҡалдыҡ битумдар сығарыу, гудронды углеводород эреткестәр м-н асфальтһыҙлаштырыу, алюмин етештереү өсөн ҡулланылған нефть пектарын алыу технологиялары производствоға индерелә. Нефть техник университетында масса алмаштырыу процестарына тикшереү (ҡара: Масса алмаштырыу аппараттары) үткәрелә, мотор яғыулығы, нефть пектары, кокс, минераль майҙар, химик реактивтар (ҡара: Аҙ күләмле химия продукттары) алыуҙың яңы алымдары уйлап табыла. Органик химия институтында уйлап табылған юғары таҙалыҡтағы винилхлоридты, нефттең көкөрторганик берләшмәләрен, синтетик гуттаперчаны, пентапласты, органик быяланан яһалған эре блоклы изделиеларҙы, Полисветан тибындағы фоторедукциялаусы плёнканы, полибутендарҙы һәм бутилкаучукты; клатрапростин, эстуфалан, аскоцин, пиперазингексагидрат ветеринария препараттарын, баверсан, триаллат үҫемлектәрҙе химик һаҡлау сараларын; оксиметацил һәм Сульфакрилат дарыу препараттарын, Липофикс энтомологик елемен синтезлау процестарының технологиялары сәнәғәттә ҡулланыу таба. Нефтехимия һәм катализ институтында пиромеллит диангидридын, о‑крезолды һәм 2,6-ксиленолды, майҙарҙы һәм үҫем­лек майҙарын гидрирлау өсөн никель ингән катализатор, а.х. өсөн бисол-2 һәм купробисан препараттарын һ.б.; БДУ-ла Органик химия ин-ты м-н берлектә – изобутилен полимерҙарын һәм сополимерҙарын, торбалы бәләкәй реакторҙарҙы файҙаланып изопрен һәм дивинилстирол каучуктарын; никель ингән катализаторҙар ярҙамында бутил спирттарын (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) һ.б. алыу технологиялары; һауала шартлау хәүефе булған ҡушылмаларҙың каталитик окисланыу технологияһы (ҡара: “Уфанефтехим”) эшләнә һәм производствоға индерелә.

Әҙәб.: К а с а т к и н А.Г. Основные процессы и аппараты химической технологии. М., 1973.

Ә.З.Бикҡолов, Н.Х.Вәлитов, Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: