Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИЯ ФИЗИКАҺЫ

Просмотров: 1103

ХИМИЯ ФИЗИКАҺЫ, химия м-н физика араһындағы сиктәш фән бүлеге; химик процестарҙың физик күренештәрен өйрәнә. Физик химия, квант химияһы, атом физикаһы, квант механикаһы, химик кинетика, химик термодинамика, фотохимия, радиация химияһы,электрохимия м-н тығыҙ бәйле. Х.ф. төп бурыстары: атомдың электрон көплөгө төҙөлөшөн, валентлыҡтың квантомеханик тәбиғәтен, молекула-ара көстәрҙе, химик тәьҫирләшеүҙең элементар актын, химик реакцияларҙың, ш. иҫ. сылбырлы реакцияларҙың, механизмын; электр, магнит, оптик үҙсәнлектәрҙе; кристалдарҙың, шыйыҡсаларҙың, эретмәләрҙең, адсорбция ҡатламдарының төҙөлөшөн һәм үҙсәнлектәрен, иондарҙың сольватацияһын; молекулаларҙың динамикаһын, молекуляр спектрҙарҙы һәм константаларҙы, атомдарҙың һәм молекулаларҙың ҡуҙғыуын, өлөшсәләр бәрелешкәндә энергия алмашыуҙы һ.б. тикшереү. Х.ф. масс‑спектрометрия, гамма-резонанс спектроскопияһы, молекулалар шәлкеме, рентген структуралы анализ, электрон микроскопия, полярлашыуҙы, магнитҡа бирешеүсәнлекте электр-магнит юлы м-н билдәләү, ионографиялағы электронография, нейтронография һәм нейтрон-спектроскопия, электрон‑парамагнит резонансы, ядро‑магнит резонансы, оптик анализ ысулдары һ.б. ҡулланыла. Түбән т-ралар (түбән т-ралы реакциялар йүнәлешле рәүештә, маҡсатлы продукттарҙы күпләп сығарып, ҙур, ҡайһы берҙә шартлау тиҙлеге м-н бара), юғары энергиялар химияһы үҫешә. Түбән т-ралы плазма өлкәһендә теоретик һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәрелә, плазмала барған химик реакцияларҙың тигеҙләнеш­һеҙ кинетикаһының дөйөм принциптары һәм плазма-химик технологияның фәнни нигеҙҙәре эшләнә, конденсирланған матдәләрҙең бәрмә тулҡындар тәьҫирендә ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә химик үҙгәреүе өйрәнелә. Химик лазерҙар эшләнә; радикаллы реакцияларҙың механизмына магнит ҡырҙарының тәьҫире, йылылыҡтан шартлау, яныу һәм детонация, ҡаты есемдәге химик реакцияларҙың кинетикаһы һәм механизмы, катализдың, ш. иҫ. металл комплекслы катализдыңаспекттары өйрәнелә. Башҡортостанда 20 б. 60-сы йй. аҙ. Химия ин-тында (ҡара: Органик химия институты) Н.Н.Семёнов булышлығында Х.ф. өлкәһендә тикшеренеүҙәр башлана. 70-се йй. башында ин-т составында В.П.Казаков етәкселегендә Х.ф. лабораторияһы асыла. Шулай уҡ Х.ф. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Башҡорт дәүләт университетында, Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында алып барыла.

В.П.Казаков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: