Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИК ЭКОЛОГИЯ

Просмотров: 1155

ХИМИК ЭКОЛОГИЯ, тирә‑яҡ мөхиткәхимик матдәләрҙең тура (ашламалар, пестицидтар) һәм өҫтәмә (ағынты һыуҙар, антропоген ташландыҡтар) тәьҫире эҙемтәләрен, уларҙың кире йоғонтоһон кәметеү ысулдарын өйрәнгән ғәмәли экология бүлеге. Токсикология, биохимия м-н бәйле. Х.э. барлыҡҡа килеүе химия сәнәғәте, нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте, металлургия үҫешенә бәйле. Х.э. төп бурыстары: химик берләшмәләрҙе ҡулланыуҙың эҙемтәләрен, уларҙың тирә-яҡ мөхиттең матдә составына йоғонтоһон (ҡара: Рәсми сикләнеүле ағынты, Рәсми сикләнеүле концентрация, Рәсми сикләнеүле ташландыҡ), антропоген химик матдәләрҙең (ҡара: Ксенобиотиктар) тотороҡлоғон, күсерелеү, сәселеү, туп­ланыу (ҡара: Бысратыусыларҙың биоаккумуляцияһы) һәм үҙгәреү процестарын анализлау. Башҡортостанда Х.э. б-са тикшеренеүҙәр Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институтында, Башҡорт дәүләт университетында, Нефть техник университетында, Нефтехимия һәм катализ институтында, Нефтехимия эшкәртеү институтында, Органик химия институтында алып барыла. Атмосфераның углеводородтар, көкөрт һәм азот окиселдары (ҡара: Кислоталы ямғырҙар), һыу ятҡылыҡтарының хлоридтар, сульфаттар, нитраттар, нефть продукттары һ.б.; атмосфераның, һыуҙың, тупраҡтың, аҙыҡ- түлектең йылы ҡанлылар өсөн ныҡ ағыулы булған матдәләр – диоксиндар, ауыр металдар (башлыса терегөмөш, Стәрлетамаҡ ҡ. тирәһендә уның тупраҡта булыуы ПДК-нан тиҫтәләрсә тапҡыр артыҡ) м-н химик бысраныуы, тупраҡтың химик боҙолоуы проблемалары өйрәнелә. НИИнефтехимда углеводород газдарын көкөртлө водородтан таҙартыу технологияһы эшләнә. Даими рәүештә экологик мониторинг уҙғарыла. Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты тарафынан сәнәғәт объекттарын экологик паспортлаштырыу үткәрелә, Экология үҙәге — махсус ҡулайламала суперэкотоксиканттар, ш. иҫ. дибензофурандар, диоксиндар булыуы билдәләнә. Х.э. талаптарын иҫәпкә алып, аҙ ҡалдыҡлы һәм ҡалдыҡһыҙ технологиялар, шыйыҡ һәм ҡаты сәнәғәт ҡалдыҡтарын (ш. иҫ. пирит көйҙөрмәләрен, фосфогипстарҙы), икенсел полимер сеймалды, икенсел ресурстарҙы, ш. иҫ. Стәрлетамаҡ тирәһендәге аҡ күлдәрҙе, буш тау тоҡомдары өйөмөн (баҡыр колчеданы мәғдәндәрен сығарыу һәм байыҡтырыу ваҡытында барлыҡҡа килә) эшкәртеү (яңынан производствоға индереү) юлдары эшләнә.

Б.М.Миркин, М.Ғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019