Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХУНАФИН Һәүбән Нурлығаян улы

Просмотров: 779

ХУНАФИН Һәүбән Нурлығаян улы (7.7.1937, БАССР‑ҙың Саҡмағош районы Яңы Ҡаръяуҙы а.), хирург. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1993) атҡаҙанған табибы, РФ‑тың атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Шаран үҙәк район дауаханаһында эшләй, 1962 й. алып Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы. 1970 й. башлап БДМУ‑ла: 1989—2011 йй. термик травма һәм трансфузиология курстары менән ашығыс ярҙам һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2006 йй. дипломдан һуң белем биреү институты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларының хирургия ауырыуҙары булған сирлеләрҙе диагностикалау, дауалау һәм реабилитациялау проблемаларына, бешеү йәрәхәте алған ауырыуҙарға ашығыс һәм махсус медицина ярҙамын ойоштороуҙы камиллаштырыуға арналған. Х. ҡатнашлығында ҡорһаҡ ярыһының йәбешмә ауырыуы, операциянан һуңғы донор яраларын дауалау, термик травма булғанда некротомия ысулдары һ.б. эшләнә. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2013). Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2017).

 Х е ҙ м.: Специфическая и неспецифическая профилактика и лечение инфекционных осложнений у больных с ожоговой травмой. Уфа, 2004 (авторҙ.); Справочник по скорой медицинской помощи. Уфа, 2007 (авторҙ.); Ожоги и отморожения челюстно‑лицевой области. Комплексное лечение с применением фитопрепаратов. Уфа. 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.05.2023