Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХУНАФИНА Динә Хәлим ҡыҙы

Просмотров: 925

ХУНАФИНА Динә Хәлим ҡыҙы (10.11.1938, БАССР‑ҙың Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш а.), инфекционист. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1995) атҡаҙанған табибы, РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2006). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Иглин үҙәк район дауаханаһында, 1967 й. алып Өфө ҡ. 13‑сө дауаханаһында бүлек мөдире булып эшләй. 1970 й. башлап БДМУ‑ла (1984—2012 йй. инфекцион ауырыуҙар кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге вируслы инфекцион ауырыуҙарҙың патогенезын, клиник барышын һәм уларҙы дауалау ысулдарын өйрәнеүгә, яңы вирустарға ҡаршы һәм химиотерапия препараттарын һынап ҡарауға һәм индереүгә арналған. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында штаттан тыш баш инфекционист (1984—2003). Башҡортостан инфекционистар йәмғиәте рәйесе (1984—2012).

  Хеҙм.: Геморрагическая лихорадка с почечным синдромом: актуальные проблемы эпидемиологии, патогенеза, диагностики, лечения и профилактики. Уфа, 2006 (авторҙ.); Поражение лёгких при геморрагической лихорадке с почечным синдромом. Уфа, 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022