Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХИМИЯ ҺӘМ ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

Просмотров: 1059

ХИМИЯ ҺӘМ ХИМИК ТЕХНОЛОГИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, уҡыу йорттарында химия һәм химик технология б-са белем алыу системаһы. Дөйөм (дөйөм белем биреү мәктәптәре, ш. иҫ. химия тәрән өйрәнелгән мәктәптәрҙең; урта һөнәри-техник һәм урта махсус белем биреү уҡыу йортта­рының программалары составында), ярҙамсы (политехник, индустриаль, металлургия, энергетика, электротехника, машиналар һәм приборҙар эшләү, нефть, а.х., мед., ветеринария, геол., аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм еңел сәнәғәт һ.б. уҡыу йорттарында белгестәр әҙерләүҙең ҡушма өлөшө) химия белеме биреү, махсус (юғары техник уҡыу йорттарының технология һәм химия-технология ф-ттарында һәм бүлектәрендә химия сәнәғәте һәм уның м-н сиктәш тармаҡтар өсөн химик-технолог инженерҙар әҙерләү) һәм өҫтәмә Х.һ.х.т.б.б. бүленә. Башҡортостанда химия курсын уҡытыу 19 б. гимназияларҙа, 1917 й. Өфө уҡытыусылар институтында башлана. Халыҡ мәғарифы ин-тында (Н.А.Эльманович) химия уҡытыу Башҡ-н үҙәк ХХС-ының химия лаб. базаһында, Физика институтында – 4-се бүлектең химия лаб. (Н.З.Андреев, Г.И.Каликинский) алып барыла. 1920 й. Өфө политехникумында химия ф-ты ойошторола. Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында химия-биология бүлеге асыла (мөдире И.Х.Ишмөхәмәтов). 1930 й. химия уҡытыу БАХИ-ла (ҡара: Аграр университет), 1932 й. – БДМИ-ла (ҡара: Медицина институты) башлана. 1957 й. Башҡорт дәүләт университетында химия-география ф-ты, 1963 й. химия ф-ты асыла. 1942 й. химия уҡытыу ӨАИ-ла (ҡара: Авиация техник университеты), 1946 й. – Мәскәү нефть ин-тының Өфө филиалында (ҡара: Нефть техник университеты), 1963 й. – Бөрө пед. ин-тында (ҡара: Бөрө социаль‑педагогия академияһы), 1972 й. Мәскәү технология ин-тының Өфө филиалында (ҡара: Иҡтисад һәм сервис академияһы) башлана. БР-ҙа мәктәп уҡыу программаларына органик булмаған һәм органик химия курстары, мотлаҡ лаб. эксперименттар, төрлө практик эштәр, производствоға һәм фәнни лаб. экскурсиялар инә. Сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн квалификациялы эшселәрҙе әҙерләү химия-технология һөнәри-техник уч-щеларҙа, химиктар, техниктар, технологтарҙы әҙерләү – урта махсус нефть (Ишембай нефть колледжы, Октябрьский нефть колледжы һ.б.) һәм химия-технология (Стәрлетамаҡ химия‑технология техникумы) уҡыу йорттарында алып барыла. Ярҙамсы химия белеме биреү урта махсус (Аксёнов ауыл хужалығы техникумы, Бөрө медицина‑фармацевтика колледжы, Бәләбәй педагогия колледжы, Медицина колледжы, Сибай политехник колледжы, Учалы тау‑металлургия техникумы һ.б.) һәм юғары (БДАУ, БДМУ, ӨДАТУ һ.б.), ш. уҡ химия профиле булмаған (белгестәр әҙерләү йүнәлешенә бәйле) уҡыу йорттарында тормошҡа ашырыла.

Фәнни һәм пед. эшмәкәрлек өсөн белгестәр БДУ-ның химия ф-тында, пед. вуздарҙың химия-био­логия ф-ттарында (Бөрө соц.-пед. академияһы, Педагогия университеты, Стәрлетамаҡ педагогия академияһы) һәм Сибай институтында (комплекслы химия белеме бирелә – биология һәм химия уҡытыусылары сығарыла) әҙерләнә. Химик-технолог инженерҙар БДУ-ла, ӨДНТУ-ла әҙер­ләнә. Вуздарҙа химия б-са белгестәрҙе уҡытыу 5 йыл дауам итә (киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә – 6 йылға тиклем), бакалавриат (4 йыл) һәм магистратура (2 йыл) бар; органик булмаған, органик, аналитик, физик химия, коллоидтар химияһы, кристаллохимия, дөйөм химик технологиялар, юғары молекуляр берләшмәләр химияһы б-са махсус курстар өйрәнелә. Өҫтәлмә химия белеме биреү Мәғарифты үҫтереү институтында даими үткәрелгән химия уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү курстарында, инженер-техник хеҙм-рҙәр өсөн – ӨДНТУ эргәһендәге Өҫтәлмә һөнәри белем биреү ин-тында, вуздар, пр-тиелар, ойошмалар эргәһендәге махсус ф-ттарҙа һәм курстарҙа тормошҡа ашырыла. Химия һәм химик технологиялар б-са фәнни эштәр өсөн белгестәр, вуздар өсөн уҡытыусылар әҙерләү БДУ-ның, ӨДНТУ-ның, ӨДИСА-ның аспирантураһында һәм докторантураһында, Органик химия институтында, Нефтехимия һәм катализ институтында, Нефтехимия эшкәртеү институтында, Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙеңүҫеүен көйләгестәр институтында алып барыла. Х.һ.х.т.б.б. үҫешенә Б.В.Айвазов, Ә.З.Бикҡолов, Е.Ф.Журавлёв, Б.В. Клименок, Б.К.Марушкин, М.Н.Нур­ғәлиева, Д.Л.Рахманҡолов, П.А.Сенцов, М.Ғәфәров һ.б. өлөш индерә.

Р.Н.Ғимаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: