Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙҘӘРОВ Әмирйән Сөләймән улы

Просмотров: 1285

ХӘЙҘӘРОВ Әмирйән Сөләймән улы [20.11.1911, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Үрге Ҡоҙаш а. (БР‑ҙың Тәтешле районы) — 25.11.1996, шунда уҡ], кавалерист, кесе лейтенант (1944). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тамбов кавалерия училищеһын тамамлаған (1944). 1934 й. тиклем “Урал” колхозында эшләй, 1939—41 йй. Ҡоҙаш ауыл ҡулланыусылары йәмғиәте (икеһе лә — Тәтешле районы) рәйесе. 1934—37 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. июненән Үҙәк, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се гвардия кавалерия корпусының 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкының пулемёт взводы командиры ярҙамсыһы гвардия өлкән сержанты Х. 1943 й. 28 сентябрендә Белорус ССР‑ының Вялье а. тирәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. башлап запаста. 1946—51 йй. һәм 1954 й. Ҡоҙаш ауыл ҡулланыусылары йәмғиәте рәйесе, 1955 й. алып Яңауыл районының “Урал” колхозында өлкән урмансы. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) ордендары менән бүләкләнгән. Х. исеме Тәтешле районы Үрге Ҡоҙаш һәм Үрге Тәтешле аа. урамдарға бирелгән, һәйкәлдәр ҡуйылған, ул тамамлаған Ҡоҙаш урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2022