Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙРЕДИНОВ Нил Шәһитйән улы

Просмотров: 1152

ХӘЙРЕДИНОВ Нил Шәһитйән улы (23.1.1932, Баҡы — 24.12.2009, Өфө), геолог‑нефтсе. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1971), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978). Әзербайжан ун‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1956) “Небитдагнефть” НГДУ‑һында эшләй (Төрөкмән ССР‑ы); 1960 й. алып Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында (Бөгөлмә ҡ.) лаб. етәксеһе, бүлек нач.; 1973 й. башлап ӨНИ‑лә уҡыта, нефть һәм газ ятҡылыҡтары геологияһы һәм разведкаһы каф. мө­дире, бер үк ваҡытта 1979—80 йй. тау‑нефть ф‑ты деканы; 1988 й. алып Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ҒТИ‑нда бүлек мөдире, 1994 й.— дир. урынбаҫары, 1998 й. — дир.; 2001 й. башлап Нефть‑газ технологиялары һәм яңы материалдар ин‑тының баш ғилми хеҙм‑ре. 1980—82 йй. Алжирҙа эшләй. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйле. Ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдарын ҡулланыуҙы геол.‑промысла яғынан нигеҙләү б‑са ғилми йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. Х. етәкс. ятҡылыҡтарҙың ауыр сығарыла торған запастарын үҙләштереү проблемаһын хәл итеүҙә системалы ҡараш — комплекслы адрес технологиялары булдырылған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 27 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. (1985), В.И.Муравленко ис.(2000),А.А.Трофимук ис. (2010, үлгәндән һуң) пр. лауреаты.

Хеҙм.: Прогнозирование применения методов увеличения нефтеотдачи для крупных нефтегазоносных регионов. Уфа, 1997 (авторҙ.); Геолого‑технологические особенности разработки нефтяных месторождений юго‑запада Башкортостана. М., 1998 (авторҙ.); Геолого‑промысловый анализ эффективности систем воздействия с применением МУН на объектах разработки ООО “ЛУКОЙЛ—Западная Сибирь”. Уфа, 2003 (авторҙ.).

В.Е.Андреев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: