Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘБИҒИ БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ

Просмотров: 1147

ТӘБИҒИ БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ, үҫемлек, хайуан һәм микроб күҙәнәктәренән бүленеп алынған органик берләшмәләрҙе (башлыса ҡатмарлы структуралы) өйрәнгән фән. Биохимия, биоорганик химия, молекуляр биология м‑н тығыҙ бәйле. Т.б.х. төп маҡсаттары: тәбиғи берләшмәләрҙе табыу (организмдар йәшәйешенең аралаш йәки төп продукттары), уларҙы индивидуаль хәлдә бүлеп алыу, химик структураһын асыҡлау, өйрәнелеүсе берләшмәләрҙе синтезлау һәм модификациялау, уларҙы биол. тест б‑са һынау. Мол. м. б‑са тәбиғи берләшмәләр шартлы рәүештә түбән (5000 а.е.м. кәмерәк) һәм юғары (5000 а.е.м. артығыраҡ; биополимерҙар) молекулалы булғандарға бүленә. Түбән молекулалыларға аминокислоталар, нуклеотидтар һәм олигонуклеотидтар, моно‑ һәм олигосахаридтар, липидтар, алкалоидтар, изопреноидтар, пигменттар, гормондар, витаминдар, медиаторҙар, стероид берләшмәләре, феромондар, токсиндар, антибиотиктар һ.б. инә; юғары молекулалыларға — аҡһымдар, нуклеин кислоталары, полисахаридтар, глико‑, нуклео‑, липопротеиндар, липополисахаридтар, полиизопреноидтар һ.б. инә. Тәбиғи берләшмәләрҙең химик (био‑ һәм органик химия номенклатураһына ярашлы), биохимик (биосинтез ысулдарына бәйле: беренсел һәм икенсел метаболизм матдәләре) классификациялары ҡабул ителгән. Башҡортостанда Органик химия институтында (И.Б.Абдрахманов, Л.Ә.Балтина, Ф.А.Вәлиев, Ф.З.Ғәлин, Ғ.Й.Ишморатов, М.С.Мифтахов, Ю.Б.Монаков, В.Н. Одиноков, Г.А.Толстиков, М.С.Юнысов һ.б.) тәбиғи берләшмәләрҙе бүлеп алыу, идентификациялау, функционалиҙациялау, синтезлау тормошҡа ашырыла, уларҙың төрлө кластарын: алкалоидтарҙы, простагландиндарҙы, феромондарҙы, терпеноидтарҙы, пиретроидтарҙы, полипренолдарҙы, нуклеозидтарҙы, тритерпен гликозидтарын, глициррет, глицирризин к‑таларын һ.б. ҡулланыуҙың яңы йүнәлештәре тәҡдим ителә. Нефтехимия һәм катализ институтында (У.М.Джемилев, Одиноков, Ю.А.Сангалов, А.Ю.Спивак, В.Р.Әхмәтова һ.б.) экдистероидтар, терпендар, ыҫмала к‑таһы ҡатышмаларын бүлеп алыу, идентификациялау, ҡулланыу, уларҙы функционализациялау, E витамины һәм уның аналогтарын, бөжәктәрҙең феромондарын, гормондарҙы синтезлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Биохимия һәм генетика институтында (В.А.Вахитов, А.В.Чемерис, Ф.М.Шакироваһ.б.) үҫемлек һәм микроорганизм гендарының структур‑функциональ ойошҡанлығы өйрәнелә, биологик актив матдәләр суперпродуценттарының генинженерияһы конструкциялары, геморрагик биҙгәк вирусына ҡаршы вакцина прототибы эшләнә; БДУ‑ла (Ғәлин, С.В.Колесов, Е.И.Кулиш, Р.Ф.Талипов һ.б.) бетулин һәм хитозан сығарылмалары синтезлана; ӨДНТУ‑ла (В.В.Зорин, Н.И.Петухова, Р.Н.Шахмаев һ.б.) тәбиғи берләшмәләрҙе (феромондар, диенамидтар, бетулин сығарылмалары), уларҙың оптик яҡтан таҙа блоктарын стерео‑ һәм регио‑йүнәлешле хемо‑энзиматик синтезлау һәм функционализациялау, политуйындырылмаған май к‑таларын (арахидонлы, эйкозапентаенлы һ.б.), полисахаридтарҙы, яман шешкә ҡаршы берләшмәләрҙе (продигиозин, серраветтин, меланиндар) микробиологик синтезлау тормошҡа ашырыла. БДМУ‑ла (Ф.С.Зарудий, Д.Н.Лазарева, Х.М.Насиров, Т.И.Плеханова һ.б.) витаминлы үҫемлектәрҙең, һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһе үҫемлектәренең биохимик үҙенсәлектәре һәм фармакол. сифаттары, ҡырағай дарыу үҫемлектәренең химик составы тикшерелә.

Әҙәб.: Химия биологически активных природных соединений. М., 1976; О в ч и н н и к о в Ю.А. Биоорганическая химия. М., 1987.

В.В.Зорин, Р.Н.Шахмаев

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: