Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХУРАМШИН Тәлғәт Закир улы

Просмотров: 1043

ХУРАМШИН Тәлғәт Закир улы (1.5.1932, БАССР‑ҙың Шишмә районы Ибраһим а. — 3.3.2019, Мәскәү ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976, 1985). ӨНИ‑не тамамлаған (1964). 1951 й. алып Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1956 й. башлап Яңы Өфө НЭЗ‑ында: өлкән механик, 1961 й. алып цех начальнигы, 1964 й. — партком секретары, 1965 й. — директор. 1977 й. башлап КПСС‑тың 22‑се съезы исемендәге Өфө НЭЗ‑ында директор. 1978 й. алып СССР‑ҙың Нефть продукттары менән тәьмин итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 1989 й. башлап Бөтә Союз нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтында баш инженер, 1992 й. — Башҡортостан сауҙа һәм технологиялар йорто (бөтәһе лә — Мәскәү ҡ.) генераль директоры, президенты, 1995—2002 йй. БР‑ҙың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары. Х. етәкселегендә. Яңы Өфө НЭЗ‑ы нефтехимия сәнәғәте һәм нефть эшкәртеү сәнәғәтенең иң алдынғы предприятиелары иҫәбенә инә; уның ҡатнашлығында риформингының һәм гидротаҙартыуҙың ҡатнаш ҡулайламаһы проекты эшләнгән һәм төҙөлгән. РСФСР ЮС‑ының 10‑сы, БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. СССР МС‑ы премияһы лауреаты (1974). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1981) ордендары менән бүләкләнгән.

Хеҙм.: Анализ и планирование эффективности производства на основе чистой продукции. Уфа, 1975 (авторҙ.).

А.З.Хурамшин

Тәрж. А.Н.Күсеев

А.З.Хурамшин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.03.2023