Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӨСӘЙЕНОВ Ғайса Батыргәрәй улы

Просмотров: 1637

ХӨСӘЙЕНОВ Ғайса Батыргәрәй улы [10.4.1928, БАССР-ҙың Өфө кантоны Үтәгән а. (БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы районы) — 27.7.2021, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. БР ФА академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2008). РФ-тың (1992) һәм БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БР-ҙың мәғариф отличнигы (1994). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1951). 1954 й. алып ТТӘИ-лә эшләй: 1957 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1965 й. — бүлек мөдире, 1999 й. — баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1996—2000 йй. “Ватандаш” журналының баш мөхәррире. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорттар тураһында фәндең төрлө аспекттарын өйрәнеүгә арналған. “Быуаттар тауышы” (1984), “ХI—ХVIII бб. башҡорт әҙәбиәте” (“Башкирская литература ХI—ХVIII вв.”; 1996) һ.б. хеҙмәттәрендә башҡорт әҙәбиәте тарихы тикшерелә, “Башҡорт совет шиғриәте. 1917—1980” (“Башкирская советская поэзия. 1917— 1980”; 1983), “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы” (2 китапта, 2006—2007), “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге” (2006), “Әҙәбиәт теорияһы” (2010) һ.б. китаптарында уның теоретик проблемалары яҡтыртыла. Р.Т.Бикбаев, Ә.Ә.Вәлидов, М.Кәрим, С.Ҡудаш, Р.Ниғмәти, М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов, Д.Юлтыйҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында тикшеренеүҙәр авторы. Археография, текстология, фольклористика, мифологияның үҫешенә өлөш индерә. Байтаҡ хеҙмәттәре башҡ. халҡының тарихына, дингә арналған. 1973—83 йй. археографик экспедициялар етәксеһе. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (6 томда, 1990—1996) баҫмаһының ғилми етәксеһе һәм авторҙарының береһе, башҡорт әҙәбиәте антологияларын, “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе, “Совет Башҡортостаны яҙыусылары” (1967; урыҫ телендә 1969; икеһе лә – М.Ф.Ғәйнуллин менән берлектә) биобиблиографик белешмәһенең автор-төҙөүсеһе. Урта мәктәптәр өсөн дәреслектәр һәм вуздар өсөн уҡытыу-методик ҡулланмалар авторы. “Сәйәхәт дәфтәре” (1976) һәм “Тормош” (1990) китаптарына ингән миниатюраларында (ҡара: Парса) тормош һәм йәмғиәт, тәбиғәт һәм цивилизация тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙары һәм күҙәтеүҙәре сағылдырыла. “Ҡанлы илле биш” (1996) романы, “Батырҙар ҡиссаһы” (1986) һ.б. китаптарына ингән повесть һәм хикәйәләре тарихи проза жанрында яҙылған. Х. әҫәрҙәре Ю.А.Андрианов, Марс.А.Ғафуров тарафынан урыҫ теленә тәржемә ителгән. БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге (1980), М.Өмөтбаев исемендәге (2006) премиялар лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1981), Почёт (1999) ордендары менән бүләкләнгән. Х. исеме менән ТТӘИ-нең ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фонды аталған.

  Әҫәрҙ.: Шағирҙәр: әҙәби портреттәр. Өфө, 1981; Әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 1998—2001; Литература и наука. Уфа, 1998.

  Әҙәб.: Кунафин Г. Энциклопедист нашего времени; Хусаинов Г.Б. Гуманитарий. Уфа, 2008.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.08.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: