Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӨСӘЙЕНОВТАР

Просмотров: 1033

ХӨСӘЙЕНОВТАР, сауҙагәрҙәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Нәҫелде башлап ебәреүсе – Хөсәйен Ғөбәйҙуллин. Сәйет биҫтәһе татары. Ырымбур алыш‑биреш йортонда 3 кибетте ҡуртымға ала, ҡаҙаҡтар м-н сауҙа алып бара. 1816 й. Сәйет биҫтәһендә янған 5-се йәмиғ мәсетен үҙ аҡсаһына тергеҙә. Иң билдәлеһе Мөхәмәтғәли Х. (1804—1858), Ырымбур губернаһының Илек станицаһында сауҙа м-н шөғөлләнә. Уның улдары: Әхмәт Мөхәмәтғәли улы Х. (1838, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйет биҫтәһе — 10.12.1906, Ҡазан), 1-се гильдия сауҙагәре (1898). 1873 й. башлап Ырымбур ҡ. йәшәй, унда 1885 й. эсәк йыуыу пр-тиеһын аса. Йыл һайын тиҫтәләрсә мең баш мал һатып ала, уларҙы көтөү өсөн Орск өйәҙе башҡорттарынан 73745 дисәтинә ерҙе ҡуртымға ала. Түб. Новгород ҡ. сауҙа-ҡунаҡхана комплекстарына, магазиндарға һәм складтарға хужа була. Ҡазан губернаһында мәҙрәсәләр һәм мәсеттәр төҙөүгә аҡса бирә. 1888 й. алып Ырымбур ярлыларға ярҙам итеү ком-ты, 1892 й. — Ырымбурҙа йәшәгән мохтаждарға ярҙам йәмғиәте ағзаһы. 1907 й. уның васыяты б-са Рәсәй империяһында иң ҙур ваҡыф булдырыла. Алтын һәм көмөш миҙалдар м-н бүләкләнгән; Әбделғәни (Ғәни) Мөхәмәтғәли улы Х. (1839, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Юлыҡ Ямы а., хәҙ. БР-ҙың Баймаҡ р-ны Юлыҡ а., — 3.11.1902, Ырымбур), 1-се гильдия сауҙагәре. Һырдаръя өлк. Казалинск ҡ. йәшәй. Яңы уҡытыу ысулдарын индереүгә (ҡара: Йәдитселек), Ырымбур губ. мосолман мәктәптәре төҙөүгә һәм матди яҡтан тәьмин итеүгә (ҡара: Ҡарғалы мәҙрәсәләре), уҡытыусыларҙы яңынан әҙерләү курстарын асыуға аҡса бирә. 1880 й. Урта Азияла аслыҡ ваҡытында игенгә хаҡты төшөрә, түләүһеҙ ашхана асыуға 1 мең һум бүлә. Көмөш миҙал м-н бүләкләнгән; Мәхмүт Мөхәмәтғәли улы Х. (1845, Сәйет биҫтәһе — 10.8.1910, Ырымбур), 1-се гильдия сауҙагәре. 1873 й. башлап Ырымбурҙа йәшәй. 1876 й. тиклем Урта Азия илдәрендә сауҙа итә. Ҡаҙаҡтарҙан мал һатып ала, Ырымбурҙа мал һуйыу, туң май иретеү, йөн йыуыу пр-тиеларына хужа була, Аҡтүбә он тартыу һәм бойҙай ширҡәте хужаларының береһе. Ағаһы Әхмәт Мөхәмәтғәли улы м-н берлектә тары һурҙыртҡыс пар тирмәненә хужа була. С.-Петербургта йәмиғ мәсете төҙөүгә 5 мең һум бирә. 1906 й. алып Ырымбур биржаһының 1-се разрядлы ағзаһы, 1906—07 йй. Ырымбур биржа ком-ты старшинаһы, Ырымбур ҡала һөнәрселек, ир балалар һәм ҡыҙ балалар мәхәллә уч-щеларының мохтаж булған уҡыу­сыларына ярҙам итеү йәмғиәте, Ырымбур губ. төрмәләр попечителлеге ком-ты һ.б. ағзаһы. Туғандар берлектә Һырдарья өлк. Аулгэата, Перовск, Ташкент, Чимкент ҡҡ., Етеһыу өлк. Верный, Сәмәрҡәнд һ.б. ҡалаларында филиалдары булған “Ағалы-ҡустылы Хөсәйеновтарҙың сауҙа йорто”н ойоштора (устав капиталы – 100 мең һум); Ҡаҙағстанда һәм Урта Азияла мал сеймалын һатып ала, Ырымбур губ. үҙ пр-тиеларында эшкәртә, әҙер продукцияны Ҡазанда һәм Түб. Новгородта һ.б. һата. 1873 й. Х. дөйөм капиталы 80 мең, 1895 й. — 3 млн һум тәшкил итә. Ҡазанда, Ырымбурҙа, Сәйет биҫтәһендә, Ырымбур губ. Илек ҡ. килем йорттарына, сауҙа һәм сәнәғәт пр-тиеларына, складтарға хужа була. Хәйриә м-н шөғөлләнә, крайҙа мәғарифты үҫтереүгә, мосолман дини учреждениеларын төҙөүгә аҡса бирә, “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә нигеҙ һала. Әбделғәни (Ғәни) Мөхәмәтғәли улы Х. улдары: Мөхәмәтвәли (Вәли) Әбделғәни улы Х. (15.5.1867, Сәйет биҫтәһе — 1933, Троицк ҡ.), дин әһеле, сауҙагәр. Имам-хатип, мөҙәрис. 1905 й., башҡа мәғлүмәттәр б-са 1908 й., башлап, Ырымбурҙың 1-се йәмиғ мәсете муллаһы (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре). 1906 й. типография аса, унда 40-ҡа яҡын (башҡа мәғлүмәттәр б-са 100-гә яҡын) дини йөкмәткеле китап баҫыла, 1906—18 йй. “Дин вә мәғишәт” (“Дин һәм тормош”; ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты) ж. нәшер итә, “Донъя вә мәғишәт” (“Донъя һәм тормош”) ж. нәшер итеүселәрҙең береһе. Ырымбурҙа тары һурҙыртҡыс пар тирмәненә, мал һуйыу, эсәк йыуыу, туң май иретеү һәм сауҙа пр-тиеларына хужа була. Аҙыҡ-түлек, күн, йөн м-н сауҙа итә. 1910—17 йй. Ырымбур ҡала йәмәғәт банкыһының иҫәп-ссуда ком-ты ағзаһы. Репрессиялана, төрмәлә вафат була; Әбделхәмит Әбделғәни улы Х. (1886—1976, Ташкент), сауҙагәр, йәмәғәт эшмәкәре. Ит, иген, күн, йөн м-н сауҙа итә. Ырымбур мосолман уҡыусыларына бағыусылыҡ итеү йәмғиәтен, Ырымбурҙа Тиҙ медицина ярҙамы йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе була. Ырымбур биржа ком-ты старшинаһы, Ырымбур ҡала йәмәғәт банкыһының иҫәп-ссуда ком-ты, С.-Петербург мосолман хәйриә йәмғиәте, Ырымбур мосолман йәмғиәте һ.б. ағзаһы. Мәхмүт Мөхәмәтғәли улы Х. улдары: Хөсәйен Мәхмүт улы Х. (1883—?), 1-се гильдия сауҙагәре. 1906 й. “Кәримов, Хөсәйенов һәм К°” китап баҫыу ширҡәтен ойошто­роусыларҙың, 1912 й. Ырымбур мосолман уҡыусыларына бағыусылыҡ итеү йәмғиәтен булдырыу инициаторҙарының береһе була; Шәрәфетдин Мәхмүт улы Х. (1885, Ырымбур — 1926, Джизак ҡ.), 2-се гильдия сауҙагәре. Ырымбурҙа Көнсығыш коммерция йыйылышын асыу инициаторҙарының береһе. Ырымбур биржа ком-тының арбитраж комиссияһы, Ырымбур губ. хәрби-сәнәғәт ком-ты, Ырымбур мосолман уҡыусыларына бағыусылыҡ итеү йәмғиәте, Ырымбур мосолман йәмғиәте һ.б. ағзаһы. Ағаһы Хөсәйен Мәхмүт улы Х. м-н берлектә Аулгэата, Илек, Казалинск, Ҡазан, Түб. Новгород, Перовск ҡҡ., Фирғәнә өлк. Коканд ҡ. бүлексәләре булған “Ырымбурҙа М.Хөсәйенов вариҫтары” фирмаһын ойоштора, уның табышы 1910 й. 50 меңгә яҡын, 1914 й. 164 меңгә яҡын һум тәшкил итә. Хәйриә м-н шөғөлләнә.

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019