Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙРУЛЛИН Рәмил Мәғзинур улы

Просмотров: 1454

ХӘЙРУЛЛИН Рәмил Мәғзинур улы (30.8.1962, БАССР‑ҙың Нуриман районы Красивая Поляна а.), үҫемлектәр физиологы, биохимик, биотехнолог. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2004). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005). Рад. М.Хәйруллиндың ҡустыһы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. 1989 й. алып (өҙөклөк менән) Биохимия һәм генетика институтында: 1994 й. башлап лаборатория мөдире, 2010 й. — директор урынбаҫары, 2013 й. — баш ғилми хеҙмәткәр. 2002–10 йй. БДАУ‑ҙың фәнни белем биреү үҙәге мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең фитопатогендарға иммунитеты һәм тотороҡлолоғо проблемаларына; эндофит микроорганизмдарҙың физиологияһына, биохимияһына һәм экологияһына арналған. Х. тарафынан үҫемлектәрҙең ауырыуҙарға һәм абиотик стрестарға тотороҡлолоғонда үҫемлек лектиндарының ҡатнашлығы; пероксидазалар изоферменттарының хитин менән үҙенсәлекле бәйләнеү һәләте өйрәнелә, бойҙайҙы бәшмәк инфекцияһынан һаҡлауҙа ошо аҡһымдарҙың роле асыҡлана, тәүге тапҡыр хитоолигосахаридтарҙың үҫеш көйләү активлығы механиздары һәм уларҙың бал ҡорттары иммунитетына тәьҫир итеүе билдәләнә. Х. тарафынан микробиологик препараттар ярҙамында ҡаты сәнәғәт, коммуналь һәм ауыл хужалығы органик ҡалдыҡтарын эшкәртеү технологиялары, компостлау ҡорамалдары, органик һәм органоминераль ашламалар эшләнә.

  Хеҙм.: The role of Bassillus bacterium in formation of plant defence: Mechanicsm and reaction //The Handbook of Microbial Bioresources. Wallingford (UK), 2016 (авторҙ.).

 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022