Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘКИМОВ Флүс Мәғсүм улы

Просмотров: 1331

ХӘКИМОВ Флүс Мәғсүм улы (5.1.1941,Өфө ҡ. — 8.11.2020, шунда уҡ), инженер‑электрик. ӨАИ‑ны тамамлаған (1973). 1958 й. алып “Сталинуголь” тресының 2‑се шахтаһында (Углеуральск ҡ.), 1959 й. – 3‑сө төҙө­лөш тресында (Өфө ҡ.), 1960 й. – “Продмонтаж” тресының Өфө монтаж идаралығында эшләй. 1965—2009 йй. (өҙөклөк менән) ӨМЭПБ‑ла: слесарь‑электромонтажсы, 1967 й. алып һәм 2008 й. – инженер‑конструктор, 2007 й. – электромонтёр. 1995 й. башлап Башҡортостан троллейбус заводында: инженер‑технолог, 2000 й. алып төп инженер‑конструктор. Х. ҡатнашлығында энергия һаҡлаусы приводы булған троллейбустар һәм БТЗ‑52761 моделе уйлап сығарылған һәм производствоға индерелгән. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2005).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.06.2022