Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХЛОРАМИНДАР

Просмотров: 1058

ХЛОРАМИНДАР, молекулаларында N—Cl бәйләнеше булған берләшмәләр. Улар эсенә аммиактың(дөйөм формулаһы NH3-xClx, бында x=1—3; органик булмаған Х.), аминдарҙың(RNHCl йәки RNCl2, бында R – органик ҡалдыҡ; органик Х.), карбон һәм сульфокислоталар амидтарының (дөйөм формулалары ярашлы рәүештә RCONHCl , RSONHCl , бында х=1 — 2, R — алкил йәки арил) моно-, ди-, трихлор сығарылмалары; ш. иҫ. N-хлориминдар һәм N-хлоримидтар, N-хлоранилиндар инә. Х. – шыйыҡса йәки ҡаты хәлдәге матдәләр (сульфокислоталарҙың хлорамидтары төҫһөҙ йәки асыҡ һары төҫтәге кристалдар), ҡырҡыу еҫкә эйә. Эреүсәнлеге Х. органик өлөшөнөң полярлығына бәйле, мәҫ., хлорамидтар һыуҙа (бензол­сульфокислоталарҙың дихлорамидтарынан тыш), органик эреткестәрҙә (бензол-, толуолсульфокислоталарҙың монохлорамидтарынан тыш) эрей. Дым тәьҫирендә амин һәм хлорлыраҡ к-таға тиклем тарҡала, органик эреткестәрҙә Х. тотороҡло була. Окисландырыусылар һәм хлорлаусы агенттар, иодидтарҙан иодты ҡыҫырыҡлап сығара. Органик булмаған Х.: ирекле хәлдәге монохлораминдың шартлауы мөмкин, диэтил эфирында тотороҡло; дихлорамин тиҙ тарҡала. Органик хлорамидтар tиреү юғарыраҡ йылытҡанда тарҡала, ҡайһы берҙә шартлай, органик матдәләр м-н тәьҫир итешкәндә үҙенән-үҙе тоҡана. Лайлалы тиресәне ҡуҙғыта (мәҫ., Б моно­хлораминдың ПДК-һы 0,1 мг/м3). Органик булмаған Х. һыу эретмәһендә хлорҙы, гипохлориттарҙы, хлорлыраҡ к-таны – аммиак м-н, органик Х.аминдар, амидтар һәм уларҙың тоҙ­ҙары м-н тәьҫир итештереп алалар. Карбон к-таларының хлорамидтары – беренсел аминдарҙы алыуҙың аралаш продукттары. Бензол-(Б монохлорамины) һәм толуол-(Т монохлорамин) сульфокислоталары монохлорамидтарының натрий тоҙҙары тригидраттары, n-хлорбензол­сульфокислота монохлорамидының натрий тоҙо гидраты (ХБ монохлорамины); бензол-(Б ди­хлорамины), n-толуол-(Т дихлорамины), n-хлорбензол-(ХБ дихлорамины), nкарбоксибензол­(галазон, пантосепт, пантоцид) сульфокислоталарының дихлорамидтары киң ҡулланыла. Антисептик һәм дезодорация тәьҫире бар. Х. инфицирланған яраларҙы дауалау (1,5—2%-лы һыу эретмәләре), дезинфекциялау (0,25—0,5%-лы эретмәләр), ҡайһы бер ағыулағыс матдәләрҙе (ш. иҫ. ипритты) газһыҙландырыу өсөн, туҡыу сәнәғәтендә ағартҡыс, аналитик химияла (хлораминометрия) реагент сифатында файҙаланыла. Органик булмаған монохлорамин — α-диазокетондарҙы, стероидтарҙы, триарилфосфиниминдарҙы һ.б. синтезлау реагенты. Баш­ҡортостанда 1964—2004 йй. “Уфахимпром” ААЙ илдә берҙән-бер моно-һәм Б дихлораминын етештереүсе булған.

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: