Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХЛОРИТОИД

Просмотров: 781

ХЛОРИТОИД, утрау силикаттары ярым класы минералы, (Fe2+,Mg,Mn)2• •(Al,Fe3+) Al3О2[SiO4]2(OH). Составы үҙгәреүсән, ғәҙәттә Fe2+ — Mg, Mn; Аl — Fe3+ алмашына. Төрҙәре: оттрелит (марганец миҡдары юғары була), мавинит, сисмондин. Кристалдары пластинка формаһында, табаҡлы, ҡыҫҡа бағана һымаҡ. Агрегаттары ҡаты табаҡлы, массив, һирәк осраҡта көлтәгә оҡшаш. Төҫө ҡараһыу йәшел, йәшкелт һоро, һыҙығы төҫһөҙ, мәрүәт кеүек ялтыр. Ҡатылығы 6,5, тығыҙлығы 3500—3800 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Тимер м-н байыҡтырылған төбәктәр б-са түбән һәм уртаса дәрәжәлә метаморфланған балсыҡлы ултырма тоҡомдарға хас ми­нерал; ш. уҡ гидротермаль процестар ваҡытында барлыҡҡа килә. БР терр-яһында Белорет метаморфик комплексында һәм машаҡ свитаһы нигеҙендә (Бешәтәк һырты) осрай.

С.Г.Ковалёв

Тәрж. Э.М.Юлбарисов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: