Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХЛОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

Просмотров: 1077

ХЛОРОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, хлор атомы углерод атомы м-н туранан-тура (хлоруглеводородтар, ҡара: Галоген‑углеводородтар) йәки азот (органик хлораминдар, хлоримидтар), кремний (хлорсиландар, оксафен, силафен), фосфор (органик хлорфосфаттар, -тиофосфаттар, -фосфиндар) атомдары аша берләшкән органик берләшмәләр. Моно-, ди-, три- һ.б. хлор сығарылмалары айырыла. Х.б. – газдар, шыйыҡ йәки ҡаты матдәләр; күпселеге органик эреткестәрҙә,майҙарҙа–яҡшы,һыуҙанасарэрей.Юғары химик тотороҡлоҡҡа эйә, ҡайһы берҙәре – тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсалар. Үҙәк нервы системаһын, бауырҙы, бөйөрҙө зарарлай. Эш зонаһындағы һауала ПДК-һы 0,3—50 мг/м3. Алынған хлорҙың яҡынса 70%-ы Х.б. етештереү өсөн файҙаланыла. Пластик массалар, пестицидтар, синтетик йыуыу саралары, синтетик буяуҙар, дарыу һ.б. етештергәндә эреткестәр, мономерҙар сифатында ҡулланыла. Башҡорто­станда “Каустик” ААЙ – дихлорэтан, винилхлорид, поливинилхлорид һәм уның акрилонитрил, винилацетат м-н сополимерҙарын, винилиденхлорид (1,3-бутадиендың, метилхлороформдың, поливинилхлоридтың, фреондарҙың сополимерҙары өсөн мономер), гексахлорпараксилол (антгельминт препараты, терефталоилхлорид синтезының аралаш продукты), металлилхлорид (инсектицид, аминдар, спирттар, ҡатмарлы эфирҙар һ.б. етештереүҙәге сеймал), тетра-һәм трихлорэтилен (кейемде таҙартыу һәм металдарҙы майһыҙландырыу, монохлоруксус к-таһын алыу өсөн), аллилхлорид (каучуктар вулканизаторы, целлюлоза эреткесе, аллил спирты етештереүҙә сеймал) һәм глицерин дихлоргидрины, 1,1,2,3-тетрахлорпропен (триаллат гербициды етештереү өсөн), эпихлоргидрин (синтетик глицерин, ион алмаштырыусы һәм эпоксид ыҫмалалары, синтетик каучуктар), дүрт хлорлы углерод (фреондар), хлорэтил (тетраэтилсвинец, полимер материалдар, этилцеллюлоза, бутилкаучук, кремнийорганик берләшмәләр; этиллау, анестезия саралары, хладагент) сығарыуҙа иң эре етештереүсе. 2004 й. тиклем “Уфахимпром” ААЙ-ы Х.б. нигеҙендә үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары (луварам, диален, чисталан), монохлоруксус к-таһы һәм ҙур күләмдә 2,4‑дихлорфеноксиуксус кислотаһының амин тоҙҙарын һәм аҙ осоусан эфирҙарын етештереү өсөн 2,4-дихлорфенол; хлор-һәм дихлорбензолдар (күн производствоһында эреткестәр, инсектицидтар, дезинфекция саралары); хлорпарафиндар (пластификаторҙар); Б хлорамины сығара.20 б.60-сы йй.фенолды өҙлөкһөҙ хлорлау, өҙлөкһөҙ ректификация хлорбензолы етештереү, һелтеле нейтралләштереү, абгаздарҙан органик продукттарҙың парҙарын тотоп алыу, куб ҡалдыҡтарынан 1,2,4,5-тетрахлорбензол, 2,4,5-трихлорфеноксиуксус к-таһын алыу өсөн технологик схемалар эшләнә һәм индерелә; бензол полихлоридтарын хлорлау тикшерелә (М.С.Бәкеров, А.Д.Головкин, П.В. Зисерман, С.В.Зубарев, В.Н.Лукашенок, Ғ.Н.Нәғимов, В.И.Фоменков). Химия ин-тында (А.С.Прочухан) меркаптандарҙы окисландырып хлорлау юлы м-н алкилсульфохлоридтар алыу ысулы эшләнә. БДУ-ла (Ә.Н.Миңлебаева, Ю.В.Светкин һ.б.) аминдарҙы, тиомочевина сығарылмаларын, тиосемикарбазондарҙы хлорацетиллау, 2-хлорацетамидтарҙы алыу, роданирлау (ҡара: Үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр), Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология ин-тында (Р.Ш.Ғиниәтуллин, В.И.Иванов, М.А.Икрина, В.Д.Симонов һ.б.) – карбон кислоталарын хлорлау, эреткестәрҙең фенолды, о‑крезолды хлорлауға тәьҫире һәм продукттарҙың изомер составы өйрәнелә; бер үк ваҡыт­та дүрт хлорлы углерод һәм перхлорэтилен алып бер стадиялы ысул м-н хлор алмаштырылған анилиндар, мукохлорлы к-та, гексахлорбутадиен, гексахлорциклопентадиен алыу (инсектицидтар, термостабиль пластик массалар етештереү өсөн) технологиялары эшләнә; винилхлорид алыу технологияһы камиллаштырыла.

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: