Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОЗИКОВ Юрий Юрьевич

Просмотров: 892

ХОЗИКОВ Юрий Юрьевич (28.7. 1936,Мәскәү — 24.1.2011, Калуга ҡ.), тренер. Фехтование б-са РСФСР-ҙың атҡ. тренеры (1967) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1962). СССР-ҙың физик культура һәм спорт отличнигы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1978). Смоленск физик культура ин-тын тамамлаған (1962). “Спартак” ДСО-һы тәрбиәләнеүсеһе (Смоленск ҡ.; тренеры Ю.Т.Хозиков). РСФСР чемпионаттарының бронза призёры (1961, 1968). Ветерандар араһында күп тапҡыр Рәсәй чемп., Европа чемпионатының бронза призёры (1998). 1962 й. алып Өфөлә эшләй: “Хеҙмәт” ДСО-һының Башҡорт өлкә советы, 1965 й. — Салауат Юлаев ис. спорт клубы тренеры, бер үк ваҡытта 1963—71 йй. Респ. йәштәр спорт мәктәбе тренеры һәм БАССР йыйылма командаһының өлкән тренеры. 1972 й. башлап Калугала эшләй. Тәрбиәләнеүселәре араһында 1 Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, ш. уҡ 50-нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры бар.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021