Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИРЛӘНДӘР

Просмотров: 859

ИРЛӘНДӘР, алйырҙандар (Cricetinae), кимереүселәр отрядына ҡараған алйырҙандар ярым ғаиләһе. Яҡынса 80 заты, 390 төрө билдәле. Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, ҡайһы бер төрҙәре Африкала һәм Евразияла таралған. БР‑ҙа 2 затҡа ҡараған 2 төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 12—35 см, ауырлығы 60—1100 г. Төҫө көлһыу йәки көрәнһыу һоронан алып тоноҡ ерән һәм көрән‑һарыға тиклем, һирәк осраҡта ҡара; ҡорһағы ҡараһыу, һоро йәки аҡ. Ябай И. башының ян‑яғында, кәүҙәһенең алғы өлөшөндә һәм ҡолаҡ артында асыҡ, Эверсманн И. түшендә ҡараһыу таптар бар. Мороно тупаҫ йәки бер аҙ осло, ҡолаҡ япрағы һәм урт тоҡсайы ҙур. Ҡойроғо ҡыҫҡа, төбөндә оҙон шырт йөн м‑н ҡапланған. Енси яҡтан 6—8 аҙнала өлгөрә. Йылына 1—2 тапҡыр 5—10 (ҡайһы ваҡыт 3—20) бала тыуҙыра. 1—3 йыл йәшәй. Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ҡышын йоҡоға талмай, ләкин әүҙемлеге кәмей. Ҡыяҡлылар һәм культуралы үҫемлектәр орлоғо, тюльпан һуғанбаштары, ҡайһы ваҡыт бөжәк һәм уның балағорто м‑н туҡлана; ябай И. аҙыҡ запасы (90 кг тиклем) әҙер- ләй. Далала, урман‑далала ерҙең өҫтөндә һәм аҫтында ябай, аҙ тармаҡлы (Эверсманн И.) йәки ҡатмарлы өңдә яңғыҙ йәшәй. Ябай И. — респ. бөтә терр‑яһында, Эверсманн И. Башҡортостандың Урал алдының көньяғында таралған. А.х. культуралары ҡоротҡостары һәм инфекцион ауырыуҙар (лептоспироз, туляремия, чума) таратыусы.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.03.2023