Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОРДАЛЫЛАР

Просмотров: 737

ХОРДАЛЫЛАР (Chordata), икенсел ауыҙлы хайуандар тибы. Яҡынса 45 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Х. 3 ярым тибы айырыла: ҡарышлауыҡлы Х., йәки оболочниктар, башһөйәкһеҙҙәр һәм умыртҡалылар. БР-ҙа 430-ҙан ашыу умыртҡалы хайуан төрө асыҡланған. Х. өсөн арҡа һөйәге рәүешендәге быуынһыҙ күсәрле һөлдә булыуы хас. Х. күпселегендә арҡа нервы көпшәһе бар, умыртҡалыларҙа уның алғы осонда баш мейеһе формалаша, оло асцидияларҙа (ҡарышлауыҡлы Х. ҡарай) ул нервы ганглийы м-н алмаштырыла. Айғолаҡ ярыҡтары һыу Х. һәм ер өҫтө төрҙәренең (үпкә м-н тын алыусы) ҡарышлауыҡтарында (иртә үҫеш стадияларында) була. Йөрәге перикардлы, ҡайһы бер төрҙәрҙә уның функцияһын пульсациялы ҡорһаҡ тамыры үтәй. Шулай уҡ Х. икенсел ҡыуышлыҡ, тәндең ике яҡлы симметрияһы, төп системалар (ҡан, мускул, нервы) ағзаларының метамер (сегмент буйлап) урынлашыуы хас. Х. араһында экосистемаларҙа төп ролде туҡланыу сынйырында консумент булған умыртҡалылар уйнай. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына Х. 82 төрө индерелгән.

М.Ғ.Баянов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: