Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЛИЛОВ Мәүлитбай Рамаҙан улы

Просмотров: 1411

ХӘЛИЛОВ Мәүлитбай Рамаҙан улы (2.12.1952, Ишембай ҡ.), скульптор. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2003). Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1981). 1982— 97 йй. Ҡ.Дәүләткилдеев ис. Респ. һынлы сәнғәт гимназия‑интернатында уҡыта. Ижадының төп темаһы — башҡорт этносы, халыҡ тормошоноң фәлс.‑донъяуи нигеҙҙәре: “Тәгәрмәс” (1991, яһалма металл, мәрмәр), “Һағыш”, “Ижау” (икеһе лә — 1995), “Ялбарыу” (2007; бөтәһе лә — ағас) композициялары, “Быуат” (1995, таш). Х. башҡорт фольклоры әҫәрҙәренә [“Һомай” (1991), “Һағыш” (1997; икеһе лә — ағас)] һәм башҡорт ҡәбиләләренең ырыу билдәләренә [“Юрматы ере” композициялары (1996—2005, ағас)] художестволы аңлатма бирә. С.Т.Аксаковтың тыуыуына 200 йыл тулыуға иҫтәлек билдәһе (1991, бронза, Стәрлетамаҡ р‑ны Подлесный а.), Ш.Бабич бюсы (1995, сүкелгән баҡыр, Дүртөйлө р‑ны Әсән а.), Х.Ф.Әхмәтовҡа (гранит, Өфө), Н.Нәжмигә (мәрмәр, Дүртөйлө ҡ.; икеһе лә — 2002) һ.б. ҡәбер һәйкәлдәре, “Тәү башлап асыусы” (1999, гранит, “Янғантау” шифаханаһы), “Зәки Вәлиди” (2004, Гимназия‑интернат №2), “Тере һыу” (2006, “Красноусол” шифаханаһы; икеһе лә — яһалма таш) монументаль скульптуралары һ.б. авторы. Шулай уҡ парк скульптураһы [“Урал батыр” (2012, гранит), “Аҡъял тураһында легенда” (2013, мәрмәр; икеһе лә — “Янғантау” шифаханаһы), “Шәфҡәт туташы” (2017, яһалма таш, Өфө)]; китап графикаһы өлкәһендә эшләй. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1982 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (2009). Эштәре БДХМ, Учалы музейы, “Янғантау” шифаханаһының картиналар галереяһы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Н.Нәжми ис. пр. лауреаты (2002).

Ф.М.Миңлеғолова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: