ХӘЛИУЛЛИН Фирҡәт Әҙелйән улы
ХӘЛИУЛЛИН Фирҡәт Әҙелйән улы (1.6.1962, ТАССР‑ҙың Иҫке Кәкерле а.), фармхимик. Фармацевтика фәндәре докторы (1999), профессор (2000). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2019). Ҡазан медицина институтын тамамлаған (1985). 1988 й. алып БДМУ‑ла уҡыта (1992 й. башлап аналитик һәм токсикологик химия курстары менән фармацевтик химия кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге азотлы гетероциклдар нигеҙендә тиирандар һәм тиетандар реакцияһы синтезына һәм уларҙы тикшереүгә, конденсирланған дигидротиазоль циклы һәм составында тиетандиоксид циклы булған гетероциклдар синтезы ысулдарын эшләүгә арналған. Х. тарафынан тиирандар үҙсәнлектәрен тикшереү һәм алыуы ҡыйын булған тиетандиоксидтарҙы синтезлау өсөн тиетаниль һаҡлау, моделле полимерлашмаған реактивтар тәҡдим ителә, биологик активлыҡтың иммунотроп, гепатопротектор, гемореологик, антиагрегацион һ.б. төрҙәрен сағылдырған берләшмәләрҙең яңы кластары булдырыла.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина