Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАММАРБИЯ

Просмотров: 663

ХАММАРБИЯ (Hammarbya), әшәлсәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 1 төрө билдәле — һаҙ Х., Европала һәм Себерҙә таралған. Йыл һайын япраҡ еңсәләре булған оҙонса эллипсҡа оҡшаш бүлбе барлыҡҡа килтергән еп һымаҡ тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, нәҙек, төбөндә йомортҡа рәүешле йыуанайған, бейеклеге 8—25 см. Япрағы (2—4) һабаҡ төбөндә урынлашҡан, ҡалын, эллипсҡа йәки оҙонса йомортҡаға оҡшаш, киң йәки бер аҙ осло, ҡайһы берҙә ситтәрендә йомро үрсеү бөрөләре була. Сәскәһе ваҡ (оҙонлоғо 2—6 мм), һарғылт йәшел төҫтә. Сәскә эргәлегенең япраҡсаһы ирекле; тышҡыһы — оҙонса йомортҡа һымаҡ, эрерәк, оҙонлоғо 2—3 мм; уртансыһы — аҫҡа, эргәләге япраҡсаһы өҫкә йүнәлтелгән; эскеһе — ваҡ, ҡыяҡ, горизонталь рәүештә бөгөлгән. Ирене өҫкө, йомортҡаға оҡшаш, бөтөн, оҙонайған ҡыуыш үҫентеһе юҡ. Емшәне бөрөлмәгән. Сәскәлеге — күп сәскәле тәлгәш. Июль—авг.сәскә ата. Емеше — йомро ҡумта,сент. — окт.өлгөрә. Торфлы, күрән-һаҙ мүге булған һаҙлыҡтарҙа, һирәгерәк һыу ятҡылыҡтары буйлап үҫә. Башҡортостандың Урал алдында (Архангел, Асҡын, Балтас, Дыуан һәм Стәрлетамаҡ р-ндары) һирәк осрай. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019