Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫНЫҢ ГИДРАВЛИКА ҮҘӘГЕ

Просмотров: 1209

ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫНЫҢ ГИДРАВЛИКА ҮҘӘГЕ, БР ФА‑ға ҡарай, 2005 й. Өфөлә ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: үткәргес торба транспорты өсөн аномаль шыйыҡсаларҙы реофизик тикшереү ысулдарын камиллаштырыу; статик көсөргәнеш аҫтындағы торбалар металының емерелеү механизмын өйрәнеү; үткәргес торба системалары элементтарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең теоретик нигеҙҙәрен эшләү; күп фазалы ағымдар хәрәкәте ваҡытында коррозияны прогнозлаусы моделдәрҙе анализлау һ.б. Составына 3 бүлек инә. 18 ғилми хеҙм‑р араһында 1 РФА акад., 1 БР ФА акад., 6 фән д‑ры һәм 9 фән канд. (2010). Үҙәк ғалимдары тарафынан ике ҡатлы мөйөш йөйҙәрен ҡулланыуға нигеҙләнгән элементтарҙың ос участкаларын нығытыу ысулдары, тотороҡһоҙ углеводород шыйыҡсаларын үткәргес торба транспорты м‑н ташыуҙа технологик процестарҙың яңы матем. моделдәре эшләнә; һығылмалы йәбешкәк шыйыҡса м‑н эшләгәндә үҙәктән ҡыуған насостарҙың файҙалы эш коэф. иҫәпләүҙең яҡынса ысулы, рельефлы нефть үткәргестәрҙең үҙағышлы участкалары тулыу кимәлен иҫәпләү, көсәйтеү ҡапламаларының һөҙөмтәлелеген арттырыу ысулдары, ремонт ҡыҫаларын баһалап һәм уларҙы яңыртып ресурсын арттырыу б‑са фәнни‑техник сиселештәр теҙмәһе тәҡдим ителә; нефть һәм газ ҡорамалдарының көсөргәнешле һәм сикке хәле баһалана, уларҙы нығыта торған ҡаплама элементтарҙың ресурсын арттырыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә һ.б. Уйлап табыуҙарға 5 патент алынған, 4 монография нәшер ителгән. БР ФА‑ның, РФА‑ның ғилми учреждениелары, БР, РФ вуздары һәм ин‑ттары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Дир.: Ә.Ғ.Ғүмәров (2005 й. алып), Л.П.Худякова (2007 й. алып).

Л.П.Худякова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: