Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ҮҘӘГЕ

Просмотров: 1639

ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан.1937 й.Башҡ-н респ. халыҡ ижады йорто булараҡ ойошторола, 1980 й. алып Респ. фәнни-методик халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эштәре үҙәге, 1991 й. башлап Респ. халыҡ ижады үҙәге. Нефтекама (1998; дир. В.К.Юрин) һәм Бәләбәй (2005; дир. Г.М.Хальзов) ҡҡ. филиалдары бар. Милли үҙешмәкәр коллективтарға ярҙам күрһәтә, үҙешмәкәр ижад фестивалдәре һәм конкурстары, байрамдар, семинарҙар, мастер-кластар үткәрә, мәҙәни‑ял учреждениелары белгестәре өсөн методик әсбаптар һәм тәҡдимдәр әҙерләп сығара. Төп маҡсаттары һәм бурыстары: БР терр-яһында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау, халыҡтың буш ваҡытын һәм мәҙәни ялын ойоштороу, һәүәҫкәр ижад үҫешенә булышлыҡ итеү. Халыҡ ижады, төбәк-ара бәйләнештәр, мәғлүмәт-аналитика һәм методика, редакция-нәшриәт эшмәкәрлеге бүлектәре; “Арыҫлан Мөбәрәков” теплоходы бар. Үҙәктә “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), “Ағиҙел” кинофотоклубы, Инвалидтар ижады йорто, “Аваллон” тауыш яҙыу студияһы, “Таң” респ. үҙешмәкәр рәссамдар клубы эшләй. Х.и.ү. м-н Р.И.Килмәмәтов, Ә.Ш.Ҡыуатова, В.А.Позднов, Р.Н.Хәйруллин, З.И.Хәлилов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Дир.: К.Х.Хажиәхмәтов (60-сы йй. башы), М.Й.Саттарова (60-сы йй. уртаһынан), В.Н.Линник (1980 й. алып), С.А.Анисимова (1986 й. алып),Ә.Б.Ғимаҙиева (1995 й. алып), Д.Ә.Ғәйнуллин (2000 й. алып), А.Х.Зөбәйҙуллин (2003 й. алып), З.Р.Шәйәхмәтов (2005 й. алып), Б.В.Ишбирҙин (2008 й. алып), А.А. Әлибәков (2017 й. алып).

Б.В.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019