Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘӘК КИТАПХАНА

Просмотров: 1991

ҮҘӘК КИТАПХАНА. Өфөлә урынлашҡан. 1936 й. Черниковск эшселәр ҡасабаһының дөйөм китапханаһы булараҡ асыла, 1956 й. алып Өфөнөң ҡала китапханаһы, 1969 й. — Үҙәк ҡала китапханаһы. 1978 й. башлап Өфөнөң дөйөм китапханаларының Үҙәкләштерелгән системаһына етәкселек итә, составына 33 филиал инә (2010). Махсуслаштырылған үҫмерҙәр бүлеге бар. Фондта 240 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге (2010), ш. иҫ. 195 мең китап, 2 мең аудио- һәм видеоматериал, 1 меңдән ашыу электрон баҫма; 500‑ҙән ашыу ваҡытлы баҫма бар. Йыл һайын 13 меңдән ашыу уҡыусыны хеҙмәтләндерә. Филиалдар өсөн методик әсбаптар, йәмғиәттең актуаль проблемалары, яҙыусыларҙың тормошо һәм ижады, Өфө тарихы һ.б. б‑са библиографик белешмәләр сығара. Ү.к. яҙыусылар м‑н осрашыуҙар, тематик кисәләр, китаптар һәм электрон баҫмаларҙың презентациялары, видеолекторийҙар һ.б. үткәрелә. Ү.к. м‑н БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Е.Ф.Ляшкова эшмәкәрлеге бәйле.

О.Н.Евдокимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: