Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҘӘК ЗАВОД ЛАБОРАТОРИЯҺЫ

Просмотров: 986

ҮҘӘК ЗАВОД ЛАБОРАТОРИЯҺЫ, сәнәғәт пр‑тиеһындағы лаб. комплексы, лаб. контроль, ғилми‑тикшеренеү һәм эксперименталь‑производство эштәрен башҡара. Ү.з.л. бурыстары производствоның үҙенсәлектәренә һәм күләменә бәйле. Ү.з.л. сеймал, яғыулыҡ сифатын, технологик процесс ваҡытында материалдарҙың химик составы үҙгәреүен, физик характеристикаларҙы, ағынты һыуҙарҙың һәм газ ташландыҡтарының ҡушылмаларын анализлай, бракты күҙаллау, цехтарҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн продукцияның механик үҙенсәлектәрен һынай. Продукцияның сифатын күтәреү, материалдарҙы, яғыулыҡты экономиялау, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү өсөн технологик процестарҙы камиллаштырыу, сеймалдың яңы төрҙәрен эҙләү һәм улар нигеҙендә продукция эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып бара (башлыса тармаҡ ғилми‑тикшеренеү учреждениелары м‑н берлектә). Цех һәм экспресс лаб. эшенә методик етәкселек итә, производство талаптарына ярашлы технологик инструкциялар, карталар төҙөй. Эшкәртеүсе пр‑тиеларҙа ҡорамалдарҙың коррозия сәбәптәрен өйрәнә, ҡулланылған мөхиттең коррозион активлығын кәметеү ысулдарын эшләй, авария булдырыусы ситуацияларҙы анализлап, уларҙы бөтөрөү б‑са тәҡдимдәр индерә. Ҡара металлургия пр‑тиеларында контроль функцияларын химик, металлографик, механик һынау, спектраль, дефектоскопия һ.б. лаб. тарафынан башҡара. Техник тикшеренеү эштәре домна, ҡорос иретеү, прокат, ш. иҫ. махсус металл өйрәнеү, физик, рентген һ.б. лаб. үткәрелә. Машиналар эшләү, металл эшкәртеү сәнәғәте һәм ҡара металлургия Ү.з.л. составы башлыса оҡшаш. Байтаҡ пр‑тиеларҙа лак, буяу, май, яғыулыҡ, коррозия, форма биреүсе материалдар һ.б. химия-технология лаб. бар. Технология лаб. термик, ҡойоу, тимерлек‑преслау, пластик массалар һ.б. лаб. инә. Химия сәнәғәтендә Ү.з.л. составына эре аналитик лаб. (бүлектәр), физика‑химия бүлеге, анализдың яңы ысулдарын уйлап табыу һәм махсус тикшеренеү технология лаб. (бүлектәр) инә. Ү.з.л. составына йыш рентген структуралы анализ, электрон микроскопия, дефектоскопия (ультратауыш, магнит һ.б.) һ.б. лаб. инә (контроль-үлсәү приборҙарҙы һәм автоматика лаб. күп осраҡта Ү.з.л. составына инмәй). Башҡортостанда Ү.з.л. машиналар эшләү, микробиология сәнәғәте, нефть сығарыу сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте һәм эшкәртеү сәнәғәтенең башҡа тармаҡтары пр‑тиеларында ойошторолған. Байтаҡ пр‑тиеларҙа Ү.з.л. нигеҙендә ғилми‑тикшеренеү йәки ғилми-технологик үҙәктәр булдырылған. Тәүге цех лаб., ш. иҫ. Үҙәк ғилми- тикшеренеү лаб. (ҡара: Өфө нефть ғилми‑тикшеренеү институты), 20 б. 30‑сы йй. ойошторола (ҡара: Химик анализ). Өфө крекинг заводында (ҡара: Өфө нефть эшкәртеү заводы) лаб. тәүге етәксеһе К.П.Лавровский була. 50‑се йй. Стәрлетамаҡ сода з‑дында (ҡара: “Сода”; 1950 й. алып, тәүге етәксеһе И.А.Легенченко), 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”; 1952 й. алып, тәүге етәксеһе Ф.И.Сенчук), Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында (ҡара: “Каучук”; 1959 й. алып, тәүге етәксеһе А.Г.Лиакумович), Өфө синтетик спирт з‑дында (ҡара: “Уфаоргсинтез”; 1959 й. алып) һ.б. Ү.з.л. булдырыла.

Р.Н.Ғимаев

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019