Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЦЕОЛИТТАР

Просмотров: 1723

ЦЕОЛИТТАР (гр. zeo — ҡайнайым һәм lithos — таш), дөйөм формулаһы Mex/n[AlxSiyO2(x+y)]*zH2O (Me — металл, n — уның окисланыу дәрәжәһе, х — алюмин, у — кремний, z — һыу молекулалары атомдарының һаны) булған алюмосиликаттар. Кристалл структураһы 3 үлсәүле каркасҡа дөйөм түбәләре м-н ҡушылған [SiO4]4-һәм [АlО4]5-тетраэдр фрагменттарынан барлыҡҡа килә. Тәбиғи Ц. 40-тан ашыу минералы билдәле: анальцим, десмин, ломонтит, морденит, натролит, филиппсит, шабазит, эрионит һ.б. Аҡ, төҫһөҙ һәм үтә күренмәле, һирәк ҡыҙғылт һәм йәшкелт кристалдары төрлө сингонияларҙың бер нисә см алып мкм тиклем. Ҡатылығы 3,5—5,5; тығыҙлығы 1800—2250 кг/м3 (барийлы Ц. — 2500—2700). Уртаса т-рала (250°С тиклем) һәм баҫым 200—300 МПа булғанда вулкан-ултырма тоҡомдарының гидротермаль үҙгәреше, диңгеҙ һәм тоҙло күл ултырмаларының диагенезы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, гнейстарҙың һәм кристаллы һәүерташтарҙың регрессив метаморфизмында һелтеле магманан кристаллана. Тоҙ к-таһында кремний оксидын айырып тарҡала. Сәнәғәткә ярашлы ятҡылыҡтары күбеһенсә цеолитлы (60— 95% Ц.) вулкан туфтарынан тора. Ц. синтезы натрий алюминаты эретмәләрен шыйыҡ быяла йәки кремний к-таһының золе м-н бутағанда барлыҡҡа килгән гелдәрҙе йәки зәһәр натр эретмәләренең ҡыҙҙырылған каолин м-н ҡатышмаһын 200°С тиклем йылытҡанда үткәрелә. Алынған Ц. кристалдары (үлсәме бер нисә мкм) грануллана. 100-ҙән ашыу төрө синтезлана, шулар араһында А (тәбиғи аналогтары юҡ), Х һәм Y (фожазитҡа яҡын) тибындағы Ц. бар. Кислоталарға тотороҡло һәм термостабиль Ц. углеводородтарҙы таҙартыу һәм синтезлау, газдарҙы ҡоротоу һәм айырыу өсөн катализаторҙар, иониттар, һыуҙы таҙартыу, фреондарҙы киптереү, радиоактив элементтарҙы һәм изотоптарҙы сығарыу өсөн адсорбенттар булараҡ, цемент һәм силикат кирбес етештереүҙә, тәрән вакуум булдырыуҙа, тупраҡтарҙыңһыу-тоҙ режимының күп йыллыҡ ион алмаштырғыс көйләгестәре, һыуҙа эреүсән ашламаларҙың тәьҫирен оҙайтыусылар сифатында, а.х. малдарының рационына мал аҙығы өҫтәмәһе рәүешендә һ.б. файҙаланыла. Тәбиғи Ц. ҙур кристалдары һәм друзалары — коллекция материалы.

Республикала Ц. Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығының, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығының, Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығыныңмәғдән өҫтө ҡатламдарында, Ҡыҙыл-Урғаҙа синклиналендәге Тоҙбәк сығанағында, Таналыҡ депрессияһындағы палеоген опокаларыныңһәм трепелдарының пелит өлөшөндә билдәле. 1951 й. Өфө НЭЗ-ында синтетик цеолитлы катализатор етештереү башлана. 1967 й. илдә беренсе тапҡыр Салауат нефтехимия комб-тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) ҙур силикат киҫәге, алюмин окисы гидраты һәм балсыҡнигеҙендә NaA, NaX маркалы Ц. етештереү үҙләштерелә; 1970 йй. АШНЦ тибындағы, 1980 йй. Цеокар тибындағы Ц. тултырылған катализаторҙар етештереү башлана. 1985 й. Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводын­да NaA, NaX, CaA маркалы Ц., цеолитлы адсорбенттар һәм катализаторҙарҙы, 1990 йй. алып KA, CaX маркалы Ц., синтетик йыуыу сараларының гранулланған цеолитлы компонентын сығарыу үҙләштерелә. 90-сы йй. аҙ. Башҡ-н дәүләт мед. идаралығының (Өфө) мед.-экология үҙәгендә Ц. нигеҙендә Литосорб һәм Литовит препараттары эшләнә. Ц. төп ҡулланыусылары — яғыулыҡ-энергетика комплексы пр-тиелары. NaA-Y маркалы Ц. трансформатор майҙарын киптереү өсөн энергия хужалыҡтарында, NaX-K — “Сибкриотехника” (Омск ҡ.), “Криогенмаш” (Балашиха ҡ.) ААЙ-ларында, NaA-2кт маркалы Ц. һыуытыу ҡорамалдарын етештереү пр-тиеларында файҙаланыла. Цеолитлы катализаторҙар эшләү һәм уларҙы ҡулланыу б-са фәнни тикшеренеүҙәр Нефтехимия производстволары ҒТИ-нда, Башҡ-н нефть эшкәртеү ҒТИ-нда үткәрелә. БР ФА-ның Сибай филиалында (Й.Т.Һөйөндөков) Башҡортостандың Урал аръяғындағы экологик йүнәлешле игенселектә урындағы тәбиғи Ц., БНИИСХ-ла (М.Ғ.Маликова) мал аҙығы өҫтәмәһе сифатында Сибай ятҡылығының Ц. файҙаланыу б-са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Әҙәб.: Жданов С.П., Егорова Е.Н. Химия цеолитов. Л., 1968; Сендеров Э.Э., Xитаров Н.И. Цеолиты, их синтез и условия образования в природе. М., 1970.

В.Н.Никонов, В.А.Потеряхин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: